Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Июнь 2019, 12:54

Төҙөк юл – именлек нигеҙе

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Кушнаренко ауылының Большевиктар урамы ремонтлана.

Фото: pravitelstvorb.ru
Фото: pravitelstvorb.ru
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Кушнаренко ауылының Большевиктар урамы ремонтлана.


“Инфодор-Строй” йәмғиәте быйыл июндә эш башлаған. Контрактҡа ярашлы, дөйөм суммаһы 15,7 миллион һумдан ашыуға юлдың 1,3 саҡрымы тәртипкә килтерелергә тейеш.


Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.

Читайте нас: