Республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, Өфөләге “Минең бизнес” үҙәгендә хеҙмәт урындары, программа тәьминәте ойоштороу өсөн 134 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова белдерҙе.
“Йүнселдәр “Минең бизнес” үҙәгендә бер тәҙрә принцибы буйынса барлыҡ ярҙам сараларын һәм хеҙмәтләндереү комплексын алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Милли проекттың “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, әлеге үҙәкте киңәйтеү, унда хеҙмәт урындары, программа тәьминәте ойоштороу өсөн быйыл 134 миллион һум аҡса бүленәсәк”, – тине ул.
Төбәк проектын 2024 йылға тиклем финанслауҙың дөйөм күләме ике миллиард һумға тиклем етәсәк. Быйыл иһә республика ошо сумманың 250 миллион һумын аласаҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге 25 майҙа асылды, ул бизнес өсөн дәүләт хеҙмәттәре алыу буйынса күп функциялы үҙәкте һәм коворкинг майҙансығын берләштерә. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 1 августан “Минең бизнес” “Торатау” конгресс-холы биләмәһендә эшләй башлаясаҡ. Көҙ йүнселдәр өсөн технопарк йәйелдереү планлаштырыла.