Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Июнь 2019, 11:00

8 Март һәм Комсомол урамдарын ни көтә?

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, быйыл Өфөлә ҙур эштәр ғәмәлгә ашырыла башлай. Шуларҙың араһында 8 Март һәм Комсомол урамдарын реконструкциялау ҙа бар.

Фото: ufacity.info

Участканың дөйөм оҙонлоғо биш саҡрымдан ашыу. Эш ике этапта үтәсәк. Беренсеһе – Комсомол урамы – Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан Урман техникумы урамына тиклемге участка (3,84 саҡрым). Икенсеһе – 8 Март урамы – Октябрҙең 50 йыллығы урамынан Һәҙиә Дәүләтшина бульварына хәтлемге участка (1,168 саҡрым).

Проектты тормошҡа ашырыу өс йылға иҫәпләнгән. Әле подрядсы ойошманы билдәләү буйынса конкурс процедуралары бара. Муниципаль контракт төҙөлһә, ремонт эштәре башланасаҡ.

Читайте нас: