Өфөнөң Кузнецов затонында быйыл көҙ яңы балалар баҡсаһы асыла. Был эш “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мәктәпкәсә учреждение биҫтәнең Һынаусылар урамы, 21 адресы буйынса урынлаша. Ул Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһы филиалы буласаҡ, бина 64 сабыйға иҫәпләнгән, дүрт төркөм эшләйәсәк.
“Торлаҡ комплекстарын проектлауҙағы яңы талаптарға ярашлы социаль объекттар төҙөү – милли проекттың бер өлөшө. Бында һүҙ айырым биналар һалыу хаҡында ғына түгел, ә йорттарҙың эсен яңыртып, махсус урын булдырыу тураһында ла бара. Һис шикһеҙ, быны һәр төҙөүсе эшләй ала. Әлеге балалар баҡсаһы – йорттоң беренсе ҡатында. Ошондай объекттарҙы артабан да булдырасаҡбыҙ, сөнки ыңғай һөҙөмтә бар. Кузнецов затонындағы был мәктәпкәсә учреждениены муниципаль ҡулланылышҡа тапшырыу мәсьәләһен тиҙләтергә тырышабыҙ”, – тине Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов.
Бынан тыш, Кузнецов затонында 2020 йылда тағы ике социаль объект – 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырыла.