Баҡалыла ҡыҙ һәм малайҙар яратып, һөйөнөп йөрөгән урындарҙың береһе – Балалар сәнғәт мәктәбе. Быйыл май айында "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы уның концерт залы ҙур ремонттан һуң асылыу менән бында йөрөргә, сәнғәт донъяһы менән танышырға теләгәндәр бермә-бер күбәйгән.
Төҙөүселәр күркәм концерт залын өс ай эсендә ремонтлап, файҙаланыуға тапшырған. “Балалар сәнғәт мәктәбенең илле йыллыҡ юбилейына әҙерләнгән көндәрҙә ошондай ҙур бүләккә лайыҡ булыу – беҙҙең өсөн ҡыуаныс”, – ти Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Регина Ворсина. – Яңыраҡ беҙҙә 300-гә яҡын бала шөғөлләнһә, хәҙер уларҙың һаны 420-гә етте”.
Балалар сәнғәт мәктәбендә хор, хореография, һүрәт төшөрөү, баян, фортепьяно, гитара, флейта бүлектәре эшләй. Концерт залы файҙаланыуға тапшырылғас, бында кейенеү, ял итеү, костюм һаҡлау бүлмәләре булдырылған, сәнғәт өлгөләренән күргәҙмәләр ойоштороу өсөн дә шарттар бар.
– Ремонт эштәренә туғыҙ миллион һум аҡса тотонолдо. Подрядсы ойошманан уңдыҡ, үҙҙәренең өйө һымаҡ күреп, бөтә оҫталыҡтарын, зауыҡтарын һалып эшләнеләр. Эш урыныбыҙ ожмах кеүек, һөйөнөп бөтә алмайбыҙ, – ти Регина Рөстәм ҡыҙы.
Сәнғәт мәктәбен тамамлаған балаларҙың артабан да ошо юлды һайлап, ҙур-ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһауы педагогтарҙы ҡанатландыра. Мәҫәлән, Гүзәл Шәрипова хәҙер опера йырсыһы булып киткән, Мәскәүҙә Ҙур театрҙа эшләй. Эстрада йондоҙҙары Фәриҙә һәм Алһыу Үтәковалар Ҡазан тамашасыларын сағыу сығыштары менән һөйөндөрөп тора. Йырсы Алһыу Сөләймәнова ла – йәштәрҙең яратҡан кумиры. Ижад усағының ҡуҙҙары улар.
Быйыл республика хор конкурсында сәнғәт мәктәбе уҡыусылары беренсе (8 – 10 йәшлектәр) һәм икенсе (11 – 15 йәшлектәр) урындарҙы алып, ижади ҡомары менән тамашасылар күңелен яуланы. Ә һүрәт төшөрөү буйынса ойошторолған ижади бәйгеләрҙә призлы урындарға лайыҡ йәш рәссамдарҙың эштәре ҙур ҡалаларҙа үткәрелгән күргәҙмәләргә ебәрелә. Былтыр 350 ижади эш Мәскәүҙә уҙған күргәҙмәгә һайлап алынған. Республика рәссамдарының 22 эше еңеү яулаһа, шуларҙың 15-е Баҡалылағы Балалар сәнғәт мәктәбенеке!
– Һәләтле балалар районда күп. Йәш таланттарҙы асыу, дөрөҫ юл күрһәтеү, мөмкинлектәр тыуҙырыу өсөн педагогтарыбыҙ бөтә тырышлығын һалып, кинәнеп эшләй. Мәҫәлән, тәрбиәләнеүсебеҙ Аделя Латипованың йырсы булыу теләге ҙур, ул Мәскәүҙә уҡырға, оло сәнғәт юлынан китергә хыяллана. Өфөлә үткән “Йәш таланттар” республика конкурсында беренсе урынды алған уҡыусыбыҙға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Ғөмүмән, һәр баланың күңел төбөндә бөрөләнгән хыялын тормошҡа ашырыу өсөн эшләйбеҙ ҙә инде. Ошондай ҙур ожмах һарайын балаларыбыҙға бүләк иткән республика, район етәкселәренә рәхмәт, – ти Регина Рөстәм ҡыҙы.