Иҡтисад һәр заманда ла тормош-көнкүрештең төп нигеҙен билдәләй. Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән – ул илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен арттырырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш.
Был проект нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыу менән бер рәттән, һуңғы айҙарҙа район-ҡалалар хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәтендә лә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” даими үтеп тора. Сираттағы кәңәшмәнең тәүге өлөшөндә быға ҡәҙәр ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше тикшерелде, дауамлы эштәр буйынса яңы контроль сроктар билдәләнде.
Төп өлөштә иһә ҡала йүнселдәренең дүрт проекты ҡаралды. Улар – полиэтилен пакеттарҙы эшкәртеү; “Ботаник KIDS” шәхси балалар баҡсаһын үҫтереү; “Доктор Захарова” медицина үҙәген киңәйтеү; алкоголһеҙ продукция, кеүәҫ, кеҫәл етештереү буйынса заводты тергеҙеү башланғыстары.
Был проекттар “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡандар тарафынан хупланды, район хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев уларҙы тормошҡа ашырыуҙа тейешле ведомстволарҙың тотҡарлыҡһыҙ булышлыҡ ҡылырға тейешлеген билдәләне.