Өфөлә "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты бурыстарына ярашлы үткән “Экспортлау ваҡыты” II халыҡ-ара форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән етәкселәр, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Йыйындың төп маҡсаты – Башҡортостан эшҡыуарҙарына тауарҙарын халыҡ-ара баҙарға сығарыуға булышлыҡ итеү.
Форум сиктәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй экспорт үҙәге” генераль директоры Андрей Слепнев, Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Андрей Круглов, Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Василий Осьмаков менән осрашты. Улар республика тауар етештереүселәре продукцияһын үҫтереү мәсьәләләре, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
– “Рәсәй экспорт үҙәге” ярҙамы менән беҙ предприятиеларыбыҙҙы тышҡы баҙарға сығарыу буйынса системалы нигеҙҙә эш төҙөнөк, – тине Радий Хәбиров.
Андрей Слепнев иһә төбәктә предприятиеларҙың көнәркәшлеген үҫтереү буйынса эш алып барылыуы, шулай уҡ экспорт тауарҙарының төрлөлөгөн, сит ил баҙарына нығыраҡ үтеп инеүен билдәләне. Былар барыһы ла тышҡы сауҙа әйләнешен үҫтереүгә, уңышҡа өлгәшеүгә булышлыҡ итә.
Йыйындың тәүге өлөшөндә семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, эшҡыуарҙар бөгөн донъя баҙарында үҙеңдең хыялыңды тормошҡа ашырыу, экспорт хеҙмәтләндереүенең, электрон коммерцияның үҙенсәлектәре һәм программалары менән танышты. Сит илдәрҙән килгән йүнселдәр үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Радий Хәбиров сараның пленар өлөшөндә бөгөн төбәктә етештерелгән продукцияны экспортҡа оҙатыу йәһәтенән шаҡтай эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне.
– Башҡортостан халыҡ-ара кооперация үҫеше буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Биш төбәк проекты сиктәрендә беҙ кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын донъя баҙарына сығарыу мәсьәләләрен хәл итәбеҙ, – тине республика етәксеһе.
Артабан Радий Фәрит улы билдәләүенсә, элек предприятиеларға экспорт менән үҙаллы шөғөлләнергә тура килһә, хәҙер улар тулыһынса дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. 2015 – 2017 йылдарҙа республикала тышҡы сауҙа әйләнеше түбән төшһә, хәҙер үҫеш күҙәтелә. Экспорт күләме кәмеһә лә, уның сеймал булмаған өлөшө 15 процентҡа артҡан. Төбәктә эшен экспортҡа йүнәлткән 800 компания булһа, уның 650-һе кесе эшҡыуарлыҡ өлөшөнә тура килә. Шуның өсөн республика “Рәсәй экспорт үҙәге” ҡурсауындағы “Экспорт форсажы” проектына ингән.
Радий Фәрит улы Рәсәй экспорт үҙәгенән республика предприятиеларының документтарын ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы һораны. Уның фекеренсә, экспортҡа кредит биреүҙе хәл иткәнсе – бер ай, ә страховкалауға ике аҙна ваҡыт етә. Бынан тыш, республика етәксеһе башҡа илдәрҙә вәкиллектәр булдырыу киләсәктә ошо юҫыҡтағы бәйләнеште үҫтереүгә, республикала етештерелгән продукцияны экспортҡа әүҙем оҙатыуға булышлыҡ итәсәген белдерҙе.
– Бер ай элек Австрияла республика вәкиллеген астыҡ. Йыл аҙағына Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ла шундай структура барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, әле Словакия, Болгария һәм Чехияла сауҙа йорттары уңышлы эшләй.
Радий Хәбиров республиканың экспорт өлөшөнөң бөтәһе лә үҙебеҙҙең иҫәпкә индерелмәүе хаҡында белдерҙе. Андрей Слепнев бының менән килешеүен әйтте. Мәҫәлән, Мәскәү Рәсәйҙә игенде сит илгә һатыу буйынса иң алдынғы төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Ә унда бит ауыл хужалығы ерҙәре юҡ. Сарала республиканың предприятие етәкселәре лә сығыш яһаны, үҙ фекерҙәрен, дәғүәләрен белдерҙе.
Башҡортостан менән “Рәсәй экспорт үҙәге” электрон сауҙа каналдары буйынса Рәсәйҙең сеймал булмаған экспортын үҫтереүгә һәм “Экспорт форсаж” акселерация программаһын берлектә тормошҡа ашырыу тураһында ике килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Әйткәндәй, һуңынан матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды. Радий Фәрит улы журналистарҙың һорауына: “Сеймал булмаған экспорт өлөш буйынса үҫеш бар. Беҙҙе эшкәртеү, машиналар төҙөлөшө, химия сәнәғәте тармағындағы һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Шуға ла беҙҙә был йүнәлештә эш алға бара”, – тип яуапланы. “Республиканың сеймал булмаған өлөшөн нисек баһалайһығыҙ?” тигән һорауға Андрей Слепнев: “Башҡортостан үҙенең экспортын киңәйтеү һәм унан файҙа алыу буйынса етди аҙым эшләне. Бер нисә йыл эсендә ситкә тауар һатыу күләме 24 проценттан 42-гә етте. Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса ла ыңғай үҫеш күҙәтәбеҙ. Был Рәсәйҙең башҡа төбәктәре күрһәткестәренән шаҡтай айырыла”, – тип баһа бирҙе.