Быйыл автомобиль юлдарын рәтләп, тәрбиәләп тотоу өсөн 3 миллиард 111 миллион һум бүленгән. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
1 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, был сумманың 88 проценты файҙаланылған. Бер саҡрым юлды тотоу 228 мең һумға баҫа. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән “Транспорт сәғәте”ндә белдерелде.
Билдәле булыуынса, төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошон айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән төрлө бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында тармаҡта, ысынлап та, һиҙелерлек уңыштар бар. Был йәһәттән эш өҙлөкһөҙ дауам итә. Республика кимәлендәге генә түгел, ә район-ара юлдарҙа ла тәртип урынлаштырыу урындарҙағы тормош кимәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһын булдырыу халыҡҡа был эштә яҡындан ҡатнашыу, үҙ фекерен белдереү мөмкинлеген бирҙе.
Әле Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 626 автомобиль юлы бар. Уларҙың оҙонлоғо 13 мең километрҙан ашыу. Автомобиль юлдарында 1642 күпер урынлашҡан.
Хөкүмәттәге ултырышта юлдарҙың ҡышҡа әҙерлеге тикшерелде. Билдәләнеүенсә, дөйөм иҫәп буйынса техниканың – һикһән, кәрәкле ҡом-гравий ҡушылмаһының етмеш проценттан ашыуы әҙер. Ҡыш миҙгеленә Өфөлә 7940 тонна реагент алынасаҡ, шул иҫәптән инновациялы бионорд – уның бер тоннаһының хаҡы 18 мең һумдан күберәк.
Ултырышта проблемалар ҙа билдәләнде: ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ҡар яуған ваҡытта уны таҙартыуға техника етмәүе ныҡ һиҙелә. Ә майҙан киң: Өфөлә 1748 урам, дөйөм оҙонлоҡ 1567 саҡрым тәшкил итә.
Баш ҡала юлдарын хеҙмәтләндереү өсөн бюджетта 1,8 миллиард һум ҡаралған, ә ихтыяж 2,8 миллиард һумға барып баҫа.
Хөкүмәт ултырышында әйтелеүенсә, ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартыу һәм ҡарҙы сығарыу эшен 449 берәмек техника атҡарасаҡ. Быйыл 36 яңыһы өҫтәлгән, улар 224 миллион һумға төшкән. Тағы ла 37 берәмек техника һатып алыу планлаштырылған. Суммаһы – 132 миллион һум. Улар 2020 йылдың ғинуарында килтереләсәк. Әле ошондай 1995 берәмек махсус техникаға ихтыяж бар.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.