Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2019, 12:43

Төбәк операторы яңы махсус техника алды

“Экология” милли проектына ярашлы, республикала төрлө яҡлы эшмәкәрлек уңышлы дауам итә.

“Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына ярашлы, республикала төрлө яҡлы эшмәкәрлек уңышлы дауам итә.
Күптән түгел, мәҫәлән, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса “Дүртөйлөмелиоводстрой” йәмғиәтенең төбәк операторы автопаркы сүп-сар ташыуға тәғәйенләнгән яңы техника менән тәьмин ителде. Һатып алынған 14 автомашина республиканың барлыҡ төньяҡ-көнбайыш төбәген хеҙмәтләндерәсәк.
“Беҙ автопаркты даими киңәйтәбеҙ, махсус техникалар алабыҙ, контейнерҙар паркын яңыртып торабыҙ. Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә күрһәтелгән хеҙмәт сифатын яҡшыртырға тырышабыҙ. Сүп-сар ташыуға тәғәйенләнгән яңы машиналар хәүефһеҙлек нормаларына тап килә, ГЛОНАСС системаһы һәм видеотеркәү ҡоролмалары менән йыһазландырылған – улар ҡалдыҡтарҙы транспортировкалауҙы контролдә тота. Йыл аҙағына тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн тағы ла 12 берәмек техника алыу планлаштырыла”, – тине “Дүртөйлөмелиоводстрой” йәмғиәте директоры Евгений Юдинцев.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
Читайте нас: