Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2019, 14:10

Республика рейтингта – беренсе!

Эшкә йомғаҡ Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә яһалды.

Фото: pravitelstvorb.ru
Фото: pravitelstvorb.ru

“Мәғариф” милли проектына ярашлы ойошторолған уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү эштәренә ярашлы, Башҡортостан Төп дәүләт имтиханын уҙғарыу йәһәтенән рейтингта иң яҡшы төбәк тип танылды.

Был эшкә йомғаҡ Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә яһалды.

Төп дәүләт имтиханын үткәреүҙе баһалауҙа бер нисә критерий иҫәпкә алынды. Был һынауҙарҙы ойоштороуҙың технологиялы булыуы (унда ҡатнашыусылар һәм мәктәп тураһында мәғлүмәттәрҙе төбәк мәғлүмәт системаһына индереү), ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү (видеокүҙәтеү, имтихан материалдарының мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һ.б.), ойоштороу-техник әҙерлек (мәғлүмәттәрҙе Төбәк мәғлүмәт системаһына ваҡытында индереү).

Бынан тыш, һынауҙарҙың асыҡлығы (йәмәғәт күҙәтеүе, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы билдәләү, киң мәғлүмәт саралары мониторингы) һәм Төп дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә йөкмәткеле анализ (ҡатмарлы күнекмәләрҙе асыҡлау, иң күп осраған хаталарҙы тикшереп, уҡытыусылар өсөн белешмә әҙерләү) иҫәпкә алынды.


Башҡортостанда булдырылған мәғлүмәт сервисы ла юғары баһа алды – унда Төп дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре индерелә. Уның аша шулай уҡ апелляция ла бирергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл дәүләт аттестацияһында туғыҙынсы класты тамамлаған 42,2 мең уҡыусы ҡатнашты. Имтихандарҙы 348 пунктта тапшырҙылар. Һынауҙар барышын 1 248 йәмәғәт күҙәтеүсеһе ҡараны, шул иҫәптән онлайн режимында.


Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.

Читайте нас: