Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ғинуар 2020, 16:45

Милли проект: киләсәк һөнәренә эйә булғың киләме?

Улайһа, “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектында ҡатнаш

Былтыр Башҡортостан “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектында ҡатнашасаҡ биш пилот төбәк исемлегенә инеүгә өлгәште. Билдәле булыуынса, был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” проектына ярашлы өҫтәмә белем алырға теләгән граждандарға шәхсән һанлы сертификатҡа эйә булып, шуның буйынса белемен камиллаштырыу мөмкинлеге бирелә.
Башҡортостанда әлеге программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән яуаплы оператор – “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” белем биреү ойошмалары ассоциацияһы. Әлеге башланғыстың нисек барыуы, тәүге эш һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынып, беҙ ассоциация советы рәйесе урынбаҫары, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Һанлы университет” үҙәге директоры Руслан Фәнзил улы Ғәбиҙуллинға мөрәжәғәт иттек.
– Башҡортостан бөгөн федераль кимәлдә әлеге проектҡа ҡушылған төбәктәр араһында иң алдынғыһы һанала. Беренсенән, унда ҡатнашырға теләк белдергән уҡыу йорттары, улар тәҡдим иткән уҡыу программалары һаны буйынса беҙгә тиңләшеүсе юҡ: ил буйынса төрлө юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарынан 100-гә яҡын программа һайлап алынһа, шуның яртыһын тиерлек беҙҙең университеттар һәм колледждар тәҡдим иткән. Был ҙур һәм мөһим эштә БДУ, ӨДНТУ, ӨДАТУ, БДАУ кеүек юғары уҡыу йорттары, республика кимәлендә үҙҙәрен танытҡан колледждар ҡатнаша.
Икенсенән, былтырғы йылда тапшырылған сертификаттар һәм быйыл алынған ғаризалар һаны буйынса ла проектта ҡатнашҡан биш төбәк араһында иң яҡшы күрһәткестәргә эйәбеҙ. Былтыр декабрь аҙағынаса 1000 сертификат тапшырылды, әле тағы 2000 самаһы ғариза ҡабул ителде, – тип аңлатма бирҙе Руслан Фәнзил улы.
Төбәк операторы вәкиленән сертификаттың ҡулланылыу даирәһе, суммаһы, программала ҡатнашырға теләк белдергән кешеләрҙең йәше һәм башҡа үҙенсәлектәр хаҡында ла ҡыҙыҡһындыҡ.
– Программала 18 йәштән алып хаҡлы ял йәшенәсә (ир-егеттәр – 65, ҡатын-ҡыҙҙар – 60) кешеләр ҡатнаша ала. Төп йүнәлеш – һанлы иҡтисад, IT-технологиялар буйынса белемде камиллаштырыу. Әле ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең уртаса йәше 30-40 араһында тирбәлә. Сертификатҡа эйә булыусылар уҡыу йортон үҙ теләге буйынса һайлай, йәғни республиканан ситтәге белем биреү ойошмаһында ла уҡый ала, сөнки күп осраҡта уҡытыу дистанцион алым менән ғәмәлгә ашырыла. Шуны айырып билдәләргә кәрәк: беҙҙең республиканан сертификат алыусылар башлыса үҙебеҙҙең уҡыу йорттарын һайлай, бынан тыш, сит төбәктәрҙән 1000-гә яҡын кеше Башҡортостан университеттары һәм колледждары тәҡдим иткән програмалар буйынса уҡырға теләк белдерҙе, – тип яҡшы яңылыҡтар менән уртаҡлашты Руслан Ғәбиҙуллин.
Проект 2024 йылға тиклем эшләйәсәк. Уға ярашлы ил буйынса бер миллион сертификат биреү ҡаралған. Бер сертификаттың суммаһы, дөйөм сәғәттәр һанына ярашлы, яҡынса 10-15 мең һум араһында билдәләнә.
Яңы башланғыс менән ҡыҙыҡһыныусылар, һанлы иҡтисад, IT-технологиялар буйынса белемен камиллаштырырға, йәғни киләсәк профессияларына эйә булырға теләүселәр “ҡыҙыу линия”ға – 8 (800) 700-20-35 шылтыратып, барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте алыу мөмкинлегенә эйә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: nko71.ru
Читайте нас: