Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла.
Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән үткән кәңәшмәлә был юлы былтыр асылған туңдырма эшләү цехын киңәйтеү һәм уның етештереү күләмен арттырыу буйынса проект ҡаралды. Проект авторы – Ғәлимә Алтыншина.
- Мин өс бала тәрбиәләйем, улар тәмлекәстәр ярата, - тип башланы үҙ проектын яҡлауҙы Ғәлимә Марат ҡыҙы. – Тик һатыу нөктәләрендә уларҙың бик аҙ булыуы күҙгә ташлана, булһа ла барыһы ла бер үк төрлө. Шуға күрә мин үҙемдең туңдырмаларға яңы һулыш бирергә теләйем, уларға төрлө ҡушылмалар өҫтәп, тәмле һәм сифатлы итергә хыялланам.
Әле эшҡыуар туңдырманың төрлө төҫтәге һәм тәме буйынса 30 төрлөһөн тәҡдим итә. Бигерәк тә сейә, көртмәле, арбуз, еләк тәме ҡушылғандары балалар һәм ололар араһында ҙур һорау менән файҙаланыла. Кескәйҙәргә “бабл-гам” һағыҙ тәме сыҡҡандары оҡшай. Ғәлимә Алтыншина артабан продукцияһын етештереүҙе киңәйтеү һәм арттырыу, яңы эш урындары булдырыу маҡсатында финанс ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорай.
Эшҡыуарҙың үҙ һатып алыусылары бар: ҡыш көнө булыуға ҡарамаҫтан, сифатлы һәм тәмле Сибай туңдырмалары һәр саҡ үтемле һәм ҙур һорау менән файҙаланыла.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡтарға өҫтөнлөк биреүҙе, уны һатыу кәштәләренә алып сығыу юлдарын табыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғанда ла, Сибай эшҡыуарының был проекты бик урынлы һәм кәрәкле.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.