Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2020, 18:55

200 яңы эш урыны булдырылды

Бында уртаса хеҙмәт хаҡы 42 мең һум тәшкил итә.

Благовещен ҡалаһында республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең “RAILGO” транспорт-экспедитор команияһы вәкиле Рахман Хәлилов етештереү майҙансығын асыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы предприятие йөк вагондары өсөн тәгәрмәстәрҙе капиталь ремонтлауға махсуслашасаҡ.
– Һеҙгә күтәренке кәйеф менән килдем. Еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ, бөтә ерҙә лә етештереү кәмей, тиҙәр. Ә беҙ республикала яңы предприятие асабыҙ, 200 яңы эш урыны булдырабыҙ. Компания киләсәктә лә Башҡортостанға инвестициялар һалыр, тип килештек. Бөгөн беренсе сиратты сафҡа индерәбеҙ, икенсеһе лә буласаҡ. Был - социаль шарттар булдырылған заманса предприятие. Мәҫәлән, бында уртаса хеҙмәт хаҡы 42 мең һум тәшкил итә, – тине Радий Фәрит улы.
“Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә айына 1 600 тәгәрмәсте ремонтлау ҡеүәтенә эйә булған вагон ремонтлау оҫтаханаларын асыу проекты ике этаптан тора. Дөйөм инвестиция күләме 314 миллион һум тәшкил итә. Тәүге этапҡа ярашлы, компания цехты яңырта һәм йыһазландыра, эшселәр өсөн бина әҙерләй, шулай уҡ әҙер продукцияны һаҡлау биләмәһен төҙөкләндерә.
“RAILGO” компанияһы былтыр яҙын үҙенең юридик адресын Өфөгә күсереп, тәүгеләрҙән булып төбәктең һалым резидентына әйләнде. Башҡортостан Башлығының Рахман Хәлилов осрашыуында киләсәктә республикала холдингты үҫтереү йүнәлештәре тикшерелде, ә июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында 20 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Шулай итеп, күсмә тимер юл составы паркын яңыртыуға ярашлы, компания бөтәһе 18 миллиард һумға торошло 8 223 вагон-цистерна ала. Был проект республикала уҙғарылған “Инвестиция сәғәте”ндә хуплау таба.
Яңы асылған предприятие ил Президенты Владимир Путиндың май указадары буйынса ғәмәлгә ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: