Күмертау ҡалаһы үҙәк дауаханаһының балалар бүлексәһенә хирургия әмәлдәре өсөн ике "Armed" электрик һурҙырыу аппараты тапшырылды. 42 мең һумдан ашыу торған был ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн алынды.
Хирургик һурҙырыу аппараты бындай дауаханаларҙа һулар һауалай кәрәк, ти табиптар. Ул организмда йыйылған шыйыҡлыҡты ғына түгел, ә газ һәм туҡыманы сығарыу өсөн дә ҡулайлы. Мәҫәлән, уны наркоз ваҡытында тын алыу юлдарынан физиологик һуттарҙы сығарыу өсөн дә файҙаланалар. Шулай уҡ электрик хирургия аппаратын тын алыу юлдарын таҙартыу, йәрәхәттәрҙе эшкәртеү өсөн дә ҡулланалар.