Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Май 2020, 11:45

Ата-әсәләр шатланыр инде...

Мәскәү урамында кескәйҙәр өсөн 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.

Коронавирус әлегә беҙгә иркенләп тын алырға бирмәһә лә, республика ҡәҙимгесә йәшәргә, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итергә тырыша. Эйе, ауырлыҡтар етерлек, әммә тормош дауам итә.
Оҙаҡламай барыһы ла артта ҡалыр, ә иртәгәһен бөгөндән ҡайғыртмау мөмкин түгел, тип уйлап, дәүләкәндәр “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлөшөн башланы. Дәүләкән ҡалаһының Мәскәү урамында кескәйҙәр өсөн 110 урынлыҡ баҡсаға нигеҙ һалына.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов ошо көндәрҙә эш барышы менән танышты. Төҙөлөштө республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы етәкселегендәге подряд ойошмаһы бойомға ашырыла. Әле бөтәһе лә графикка ярашлы өҙөклөкһөҙ бара. Объекттың хаҡы 81 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Вәғәҙә итеүҙәренсә, балалар баҡсаһы ошо йылдың октябрь аҙағында сафҡа индереләсәк.
Фото:Dela.ru
Читайте нас: