18 июндә, киске сәғәт 10-сыла, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Горький урамында “Лада Калина” машинаһы ике бәлиғ булмаған баланы бәрҙергән.
Юл-транспорт фажиғәһендә 13-14 йәшлек ҡыҙҙар ҡаты яраланған. Республиканың ЮХХДИ-һында хәбәр итеүҙәренсә, 23 сәғәттә балаларҙың береһенең ғүмере өҙөлгән.
Алдан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, водитель иҫерек булған.
Ошондай аяныслы хәлдәрҙе булдырмау, авариялар һанын кәметеү маҡсатында илдә бихисап саралар күрелә. Был маҡсатта автомобиль юлдары яҡшыртыла, улар заман шарттарына яраҡлаштырыла. Өҫтәүенә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә боҙоу осраҡтарын булдырмау маҡсатында видеокамералар ҡуйыла. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хәүеһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты саралары бойомға ашырыла. Дәүләттең был хәстәрлеге – барыбыҙ өсөн дә. Тик бына фажиғәләрҙең теркәлмәүе водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең үҙҙәренә бәйле булыуын, транспорт сараһының хәүеф сығанағы икәнлеген һис хәтерҙән сығармаһаҡ ине.
Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.