Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июль 2020, 13:00

Баймаҡ дауаханаһына - яңы ҡорамал

Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә ҡайтарылған.

“һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә булдырылған “Башҡортостанда медицина ярҙамын үҫтереү” программаһына ярашлы, ошо көндәрҙә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары алынды.
Ул - "Pentax" фирмаһының өр-яңы фибробронхоскоп ҡорамалы. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева белдереүенсә, яңы аппарат ҡул менән күсереп йөрөтөү өсөн дә уңайлы. Ябай, шул уҡ ваҡытта 150 ваттлы галогенлы лампа диагностик, дауалау һәм профилактик процедуралар үткәреү өсөн хеҙмәт итәсәк.
Фото: "Баймакский вестник" гәзите сайтынан.
Читайте нас: