Яңауылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендәге “Башҡортостан ихаталары” республика программаһы буйынса эштәр дауам итә. Әле өс ихата биләмәһендә – Юбилей урамындағы 5-се, 6-сы, 7/1-се, 11-се, Ш. Хоҙайбирҙин урамындағы 36-сы, 42-се, Станция урамындағы 10-сы, 10а, 12а йорттар эргәһендә – ремонт эштәре бара.
Быйыл шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы ипкә килтереү исемлегенә биш ошондай йорттоң 20 подъезы индерелгән. Шуныһы үҙенсәлекле: быйыл бындағы ихаталарҙы һәм подъездарҙы урындағы рәссамдарҙың һүрәттәре биҙәй. Шулай итеп, Ридаль Бәҙретдинов, Роман Белов һәм башҡалар ремонтланған подъездарҙы, йорт фасадтарын сынъяһау итә.
Ридаль Бәҙретдинов үҙе генә 15-ләгән подъезға “йән өргән”. Бөгөн ул Ш. Хоҙайбирҙин урамындағы 36-сы йорт ихатаһында – Торлаҡ коммуналь хужалығы идаралығының етештереү базаһында – һүрәт төшөрә. Бында башҡорт яугире менән ат һындары барлыҡҡа килгән дә инде. Бынан тыш, башҡорт биҙәктәре яңы ғына ремонтланған подъездарҙа ла хасил булған. Шулай итеп, хәҙер Яңауылда башҡорт ихаталары ғына түгел, башҡорт подъездары ла бар.
Тағы бындағы былтырғы эш һөҙөмтәләренә лә күҙ һалайыҡ әле. 2019 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Яңауылда өс ихата биләмәһендә – Юбилей урамындағы 1-се, 13-сө, 14-се, 15-се, 16-сы, ошо уҡ урамдың 7-се, 8-се, 9-сы, Совет урамындағы 14/2-се һәм 12-се йорттар эргәһендә – һәм күп фатирлы йорттағы 38 подъезда ремонт эштәре атҡарылған. Әйткәндәй, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.