Ҡорамалдарҙың тышҡы йөҙө лә бик матур, зауыҡлы. Уларҙың күп функциялары бар. Яңы ҡорамалдар стоматология процедуралары ваҡытында пациенттарға үҙҙәрен тыныс тойорға ярҙам итәсәк. Киң өҫтәл табип өсөн дә яйлы, бөтә тейешле ҡоралдарға унда урын етерлек. Диодлы яҡтыртҡыс эш зонаһын яҡшы яҡтыртыуҙы тәьмин итәсәк.