Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инвалидлыҡты билдәләүҙең ябайлаштырылған тәртибен ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Был проект ил Хөкүмәтенә ебәрелгән.
Төҙәтмәләр ҡабул ителгән хәлдә, 2022 йылдың 2 мартынан 1 июлгә тиклем бығаса билдәләнгәгн инвалидлыҡ төркөмөн, медицина учреждениелары биргән документтар нигеҙендә тәүге тапҡыр инвалидлыҡ билдәләү ғәмәлен медик-социаль экспертиза бюроһына шәхси мөрәжәғәт итмәй генә юллап була.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков әйтеүенсә, әлеге ваҡытта медик-социаль экспертиза менән граждандар араһында системаны комплекслы трансформациялау бара. Ваҡытлыса тип ҡабул ителгән тәртип ғәмәлгә инә ҡалһа, уның өҫтөнлөктәре һаҡланасаҡ. Граждандар медик-социаль экспертизаны нисек үтеү юлын һайлай аласаҡ: шәхси йәки ситтән тороп.
Мәғлүм булыуынса, гражданды инвалид тип табыуҙың ваҡытлыса тәртибе был ғәмәлдә граждандың шәхси ҡатнашлығын талап итмәй.
Әгәр инвалидлыҡ беренсе тапҡыр билдәләнә икән, төркөмдө асыҡлау, шәхси реабилитация программаһы төҙөү медицина документтары нигеҙендә эшләнә.
Инвалид балаларға 18 йәш тулғас, төркөмдө билдәләү ғәмәле шулай уҡ медик-социаль экспертиза бюроһына бармай, шәхси ҡатнашлыҡһыҙ башҡарыла.
Кемдәрҙең инвалидлығы алдан билдәләнгән, уларҙың документтары һәм реабилитациялау программалары ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә саҡта автоматик рәүештә оҙайтыла.
Инвалид бала үҫтереүсе әсә Лилиә Дибаеваны был яңылыҡ бик шатландырған.
“Яңы тәртип миңә ҡалһа, бик уңайлы, сөнки мөмкинлектәре сикләнгән баланы экспертиза үткәреүгә йөрөтөү ҡатмарлы, ваҡытты һәм көстө ала. Әле был мөмкинлек оҙайылған тигән яңылыҡҡа шатландым, сөнки тап ошо осорҙа улыма 18 йәш тула, тимәк, медицина документтары нигеҙендә генә, ситтән тороп уның инвалидлыҡ төркөмөн раҫлап буласаҡ”, – ти Лилиә ханым.
Ғөмүмән, инвалидтарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, уларҙың мәшғүллеген тәьмин итеү, сәләмәтлеген хәстәрләү мәсьәләләре ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектында ла билдәләнгән.
Унан тыш, быйыл өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы оҙайлы ваҡыт дауамында ҡарау буйынса системаны ойоштороу ихтыяжы дәүләт тарафынан билдәләнде. “Демография” милли проекты буйынса, 2024 йылға тиклем, Рәсәйҙә, ил Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, был мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш.
Яңы системаның маҡсаты – хеҙмәтләндереүгә, ҡарауға мохтаж граждандарҙың тормош сифатын тәьмин итеү, сәләмәтлеген хәстәрләү, социаль хеҙмәтләндереү ысулын һайлау мөмкинлеген биреү. Проектҡа ярашлы, кешенең мохтажлыҡ кимәле асыҡланасаҡ һәм, унан сығып, оҙайлы ҡарау һәм хеҙмәтләндереүҙең социаль пакеты билдәләнәсәк.
Башҡортостан был йәһәттән 2022 йылдан башлап ошо пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ ил төбәктәре араһында. 2019 – 2021 йылдарҙа Башҡортостан бындай төбәктәр исемлегенә инмәһә лә, әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барылған: норматив-хоҡуҡи базаға үҙгәрештәр индерелгән, стационар учреждениеларҙың матди-техник базаһы нығытылған, хеҙмәтләндереүсе персоналға уҡытыуҙар ойошторолған, яңы технологиялар ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралған.
Был саралар иһә Рәсәй Президениты Владимир Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: "Российская газета".