Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Март 2022, 08:30

Яңы ультратауыш ҡорамалы алынды

”Балалар һаулығын һаҡлау өсөн диагностик тикшеренеүҙәрҙе, диспансерлаштырыуҙы яңы кимәлгә күтәрергә тейешбеҙ. Был йәһәттән яңы техника ярҙамға килә”.

Яңы ультратауыш ҡорамалы алынды
Яңы ультратауыш ҡорамалы алынды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, һуңғы өс йыл эсендә Благоварҙың Языков үҙәк район дауаханаһына махсус медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бер нисә берәмек ҡорамал алынды.

2020 йылда файҙаланыуға тапшырылған дауахана төкәтмәһен төҙөүҙә яңы төҙөлөш проекттары һәм заманса хәл итеү юлдары ҡулланылды. Бина дауалау-диагностика саралары үткәреү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Ультратауыш диагностикаһы кабинеты өсөн Alpinion маркалы ике аппарат алынды. Ультратауыш сканерҙары махсус рәүештә визуализация сифатын яҡшыртыу өсөн тәғәйенләнгән. Былтыр һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу маҡсатында Ҡытайҙа етештерелгән LOGIQ F6 аппараты алынды. Ул эске органдарҙы, йөклө ҡатындар сәләмәтлеген һәм башҡа ағзаларҙы тикшереүҙә уңышлы ҡулланыла. Ультратауыш аппараттары ангиология, кардиология, эндокринология, акушерлыҡ һәм гинекологияла диагностик тикшереүҙәр үткәрергә ярҙам итә. Яңы техника медицина ярҙамы сифатын яҡшырта, шулай уҡ иҫкәртеү саралары, диспансерлаштырыу үткәреүҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы.

Языков дауаханаһы табиптары яңы ҡорамалдар сифатынан бик ҡәнәғәт. “Талаптарға тулыһынса яуап бирә. Ул элеккеләренән замансараҡ, һүрәттәре анығыраҡ”, – ти улар. Дауаханала ультратауыш үткәреү эшмәкәрлеген ике табип – акушер-гинеколог Андрей Ющенко һәм табип Флүр Ғарипов башҡара. Быйыл дауахана тағы бер ҡорамалға байыны - ете миллион һумлыҡ аппарат алынды. Яңы ультратауыш ҡорамалын быйыл март айында эшкә ҡушасаҡтар. ”Бөгөн беҙ балалар һаулығын һаҡлау өсөн диагностик тикшеренеүҙәрҙе, диспансерлаштырыуҙы яңы кимәлгә күтәрергә тейешбеҙ. Был йәһәттән яңы техника ярҙамға килә”, – ти дауахананың баш табибы Алмас Заһиҙуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлеү осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: blvest.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: