Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында ҡыуаныслы ваҡиға булды: “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның социаль һәм кадрҙар мәсьәләһе буйынса урынбаҫары Айнур Кәримов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлетов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ҡолсора ауылы халҡы был тантаналы мәлде оҙаҡ көткән. Авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пунктында тейешле шарттар булмаған. Ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында 16 йылдан ашыу торған фельдшер Гөлсибәр Мөхәмәтшина был көндә бар уңайлыҡтары тыуҙырылған яңы медицина учреждениеһын төҙөүҙә ярҙам күрһәткән етәкселәргә, төҙөүселәргә һәм ауыл халҡына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яңы ФАП-тың асылыуына ауыл халҡы, айырыуса ололар шатлана. Ҡолсораларҙың шатлығын район башлығы Фәнис Әминев уртаҡлашып, республикала, район кимәлендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бүленгән иғтибар менән таныштырҙы.
Фәнис Ғәбдрәшит улы хеҙмәттә юғары ҡаҙанышҡа ирешкән медицина хеҙмәткәрҙәренә төрлө наградалар тапшырҙы. Ҡолсора ауылы фельдшеры Гөлсибәр Мөхәмәтшина коронавирус инфекцияһы менән бәйле ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡарғаны өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, бында һәр кем өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ошонда уҡ фельдшер, процедура кабинеты, хужалыҡ блогы урынлашҡан. Тәүгеләрҙән булып яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер Гөлсирә Ишбулды ҡыҙы ауылдың иң оло аҡһаҡалдарының береһе Салауат Мөхәмәтшинды ҡабул итте.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.
Фото: Азамат Мөхәмәтшин.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан