Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Апрель 2022, 09:17

Ҡалаларыбыҙ йәмләнә, төҙөкләнә

Быйыл республикала 122 майҙан яңы һулыш аласаҡ.

Башҡортостандың 14 ҡалаһы Рәсәй Төҙөлөш министрлығы рейтингына индерелгән. Был исемлек иң уңайлы мөхит булдырылған ҡалаларҙан тора, уны ведомство йыл һайын баҫтырып сығара.

Әлеге рейтингта миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалар араһында Өфө алтынсы урында килә. 2020 йыл менән сағыштырғанда баш ҡалабыҙ бер баҫҡысҡа күтәрелгән, ә республика ҡалалары был исемлектә ике тапҡырға күбәйгән. Өфөнән тыш, Туймазы, Дүртөйлө, Ағиҙел, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Яңауыл, Сибай, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез һәм Салауат ҡалалары ингән.

Республикала һуңғы йылдарҙа ауыл-ҡалалар халҡына йәшәргә уңайлы мөхит булдырыр өсөн күп көс һалына. 2021 йылда ғына 63 муниципалитетта 146 йәмәғәт майҙаны төҙөкләндерелгән. Быйыл яңы төҙөлөш миҙгеле башланыу менән федераль финанслау алған Бәләбәй, Туймазы, Күмертау, Бөрө, Межгорье һәм Стәрлетамаҡ проекттары өҫтөндә эш башланасаҡ. Республика етәкселеге 2022 йылда Башҡортостан буйынса бөтәһе 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөклән­дерергә ниәтләй.

Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалаларҙың дөйөм һаны 490-ға етә, был эш “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы башҡарыла.

2021 йылда Рәсәйҙең 1117 ҡалаһына иҫәпләнгән индекстың формалашыуына ҡала киңлектә­ренең иң популяр алты төрөн кәүҙәләндергән 36 күрһәткес йоғонто яһай, мәҫәлән, торлаҡ, йәмәғәт, бизнес, социаль һәм ял инфраструктураһы, йәшел майҙандар, яр буйҙары, урамдар һәм дөйөм ҡала биләмәһе. Уларҙың һәр береһе ҡала мөхитенең төрлө яҡтарын – хәүефһеҙлекте, уңайлылыҡты, экологик хәүефһеҙлекте, төрлөлөктө, тирә-яҡ мөхиттең замансалығын эсенә ала, власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге менән дә баһалана.

Һәр күрһәткес ун баллы шкала буйынса ҡарала. Ҡала йыя алған мәрәйҙәр һаны – 360. Сифат индексы 180 балдан артыҡ булһа, ҡала мөхите уңайлы тип һанала.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Өфө 204 мәрәй йыйған ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса Рәсәйҙә (миллиондан ашыу ҡалалар араһында) Мәскәүҙе, Санкт-Петербургты, Ҡазанды, Түбәнге Новгородты, Дондағы Ростовтан ҡала алтынсы урынды биләй.

Бынан тыш, 2020 йыл йомғаҡ­тары менән сағыштырғанда, Башҡортостанда ҡала мөхите уңайлы һаналғандар һаны ике тапҡырға артҡан. 14 ҡала, шул иҫәптән Өфө, 181-ҙән ашыу мәрәй йыйған. Исемлеккә индерелгән Башҡортостан ҡалалары араһында түбәндәгеләр юғары күрһәткескә эйә булған:

  1. Өфө – 204;
  2. Туймазы – 206;
  3. Дүртөйлө – 205;
  4. Ағиҙел – 203;
  5. Баймаҡ – 202;
  6. Стәрлетамаҡ – 201;
  7. Бәләбәй – 198;
  8. Ишембай – 198;
  9. Яңауыл – 198;
  10. Сибай – 195;
  11. Октябрьский – 195;
  12. Бөрө – 193;
  13. Мәләүез – 188;
  14. Салауат – 187.

2021 йылда Башҡортостан Республикаһында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республиканың 63 муниципаль берәмегендә 146 йәмәғәт биләмә­һен төҙөкләндереү 1 282,8 миллион һум күләмендә башҡарыла (шул иҫәптән Рәсәй ҡаҙнаһынан – 125715 миллион һум, Башҡорт­остан ҡаҙнаһынан – 25,6 миллион һум). 2021 йылда биш конкурс проекты тормошҡа ашырылған: Яңа­уыл, Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел ҡала­ла­рында һәм Краснокама районы­ның Николо-Березовка ауылында.

Һигеҙ конкурс проекты буйынса төп эштәр Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенск һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылдарында башҡарыласаҡ.

Рәсәй Төҙөлөш министрлығы тарафынан тирә-яҡ мөхиттең сифатын баһалап ҡына ҡалмай, һәр айырым ҡалала үҙгәрештәр дина­микаһын күҙәтеү маҡсатында ДОМ.РФ Үҫеш институты һәм “Стрелка КБ” консалтинг компани­яһы менән берлектә эшләй Индекс муниципаль властарға, билдәле бер урында йәшәү уңайлы, хәүеф­һеҙ һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн, тәү сиратта ҡала мөхите үҫешенең ниндәй яҡтарына иғтибар итергә кә­рәклеген аңларға мөмкинлек бирә.

 

Рәсимә АЛЛАБИРҘИНА, Нефтекама ҡалаһы:

– Быйыл еңеүсе ҡалалар исемлегендә булмаһаҡ та, һуңғы йылдарҙа Нефтека­малағы үҙгәрештәр тураһында әйтмәү яҙыҡ булыр ине. “Һаулыҡ һуҡмағы” төҙөклән­дерелде, ул күҙҙең яуын алып тора. Ҡала уртаһындағы күлде быға тиклемге етәкселек ҡоротоп маташа ине, әле иһә шундай уңайлы парк итеп төҙөкләндерҙеләр. Күл тирәләй эскәмйәләр ҡуйылған, бөтә байрамдар ошонда үтә. Ҡалабыҙ бик матурланды.

 

Лиана ҠӘҘЕРҒОЛОВА, Саҡмағош районы:

– Беҙҙең район үҙәге ошо өс йыл эсендә күҙгә күренеп үҙ­гәрҙе. Йәйәүлеләр өсөн махсус юлдар, арт-объекттар бар­лыҡҡа килде. Иң ҡыуандырғаны – ҡасаба уртаһындағы парк. Бында балалар рәхәтләнеп велосипедта, роликта йөрөй, концерт һәм дискотекалар ҙа ойошторола. Һәр яҡтан кәртә менән уратып алынғас, машина килеп инеү хәүефе юҡ. Ошо майҙанға яҡын йәшәгәс, парк булдырылғанға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ: яҙ етеү менән ул күңелле байрамдар уҙғарыу урынына әйләнә. Тормош гөрләй, район үҙәге яңы һулыш алды.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.

 

Читайте нас: