Ағас һәм ҡыуаҡ ҡалдыҡтарын эшкәртеү проблемаһы күптән бар һәм әле булһа үҙенең көнүҙәклеген юғалтмаған. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу һәр ерҙә – тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү буйынса саралар үткәргәндә, линия объекттарын (электр тапшырыу линиялары, газ торбалары һ.б.) таҙартҡанда, баҡсасылыҡ коллективтарында барлыҡҡа килә.
Бындай ҡалдыҡтарҙы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигондарында урынлаштырыу ҡулайлы түгел, сөнки был инфраструктураны файҙаланыу срогын ярайһы уҡ ҡыҫҡартыуға килтерә һәм төрлө кимереүселәрҙе үрсетеү өсөн уңайлы шарттар булдыра. Вайымһыҙ баҡсасылар бик йыш емеш-еләк ағастарынан һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан торған ботаҡтарҙы йылға һәм күлдәрҙең яр буйҙарында йыйып, уларҙың ҡыйланыуына килтерә. Ботаҡтарҙы яғыу янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларының ҡәтғи үтәлеүен талап итә, өҫтәүенә уларҙың файҙалы үҙенсәлектәре бөтөнләйгә юғала.
Әлеге ваҡытта ағас һәм ҡыуаҡ ҡалдыҡтарын утилләштереүҙең перспективалы ысулы булып уларҙы юнысҡыға эшкәртеү тора, бының төрлө продукция төрҙәрен етештереү өсөн кәрәк булыуы ихтимал.
Проблеманы хәл итеүҙең көнүҙәклеген иҫәпкә алып, “Иглин үлсәү заводы” акционерҙар йәмғиәте коллективы ағас ҡалдыҡтарын юнысҡыға күсереү һәләтенә эйә булған ИВА-600 ботаҡ ваҡлағысының тәжрибә-сәнәғәт өлгөһөн уйлап тапҡан һәм 2022 йылда етештергән.
2022 йылдың апрелендә предприятие ойошторған презентацияла яңы изделиелар менән Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, “Газпром газ бүлеү”, “РЭС” дәүләт унитар предприятиеһы кеүек ҙур предприятиелар вәкилдәре һәм башҡалар таныша алды.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға тәжрибә өлгөһөнөң нисек эшләүе күрһәтелде. Ул бик еңел генә итеп ете сантиметрҙан ашыу йыуанлыҡтағы ботаҡтарҙы юнысҡыға әйләндергән.
Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө эргәһе территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Мифтахов билдәләүенсә, ағас һәм ҡыуаҡ ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса ҡулайламалар етештереү буйынса башланғыс республикала экологик проблемаларҙы хәл итеүҙә перспективалы йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Бындай, айырыуса мобиль ҡулайламалар булдырыу урындағы үҙидара органдары өсөн ихтыяжлы буласаҡ, сөнки был контейнер майҙансыҡтарын япраҡ массаһынан таҙартыу өсөн практик һәм һөҙөмтәле ҡарар.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бындай технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү “Экология” милли проекты сиктәрендә “ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проектында билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.
Завод 2022 йылдың майында уҡ ботаҡ ваҡлаусыларҙың 1-се серияһын сығарыуҙы күҙаллай.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан