Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Май 2022, 11:30

Элемтә селтәре киң үҫеш ала

Бер йыл дауамында Урал аръяғы райондарының 66 тораҡ пункты юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған.

Элемтә селтәре киң үҫеш ала
Элемтә селтәре киң үҫеш ала

Бөгөн республикала элемтә селтәрҙәренең үҫеше төбәктең һанлы технологияларҙы үҙләштереү кимәлен билдәләй. Ошо маҡсатттан сығып бер йыл дауамында Урал аръяғы райондарының 66 тораҡ пункты юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған. Бында төбәктең барлыҡ төп туристик локациялар һәм ял итеү урындары ингән. Мобиль бәйләнеш Еҙем йылғаһы янында ултырған Толпар ауылында, йәмле Талҡаҫ күле буйында, Бөрйән районының Нәби, Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарында ла бар. Киң LTE селтәре стандарты 500-ҙән аҙ халыҡ йәшәгән тораҡ пунктарына ла үткәрелгән.

- Урал аръяғы тәбиғәтенең ландшафты, шул иҫәптән Башҡортостандың башҡа төбәктәре лә күп яҡлы һәм төрлөсә. Бынан тыш, ауылдарҙа ла халыҡтың йәшәйеше төрлөсә, ҡайһы берҙәрендә халыҡ һаны күп, икенселәрендә бик аҙ. Шуға күрә элемтә операторҙарына инфраструктураны үҫтереү еңелдән түгел. Был халыҡ күпләп йәшәгән биләмәләргә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта 10 йәки 30 кеше генә йәшәгән ауылдар бар, уларҙа элемтә селтәрҙәрен үҫтереү мөмкинлеге юҡ, шуға күрә бындай биләмәләрҙә һөйләшеп аралашыу өсөн ҡеүәте аҙыраҡ булған ҡулайламалар ғәмәлгә индерелә. Беҙҙең өсөн төп маҡсат - туристарҙы йәлеп итерлек төпкөл биләмәләрҙә лә мобиль элемтәне тәьмин итеү, -т и дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев.

Юғары тиҙлекле интернет яңы һанлы сервис хеҙмәтенә киң мөмкинлектәр аса. Уның ярҙамында дәүләт хеҙмәте порталы, мобиль банк, торлаҡ өсөн һәм башҡа түләүҙәрҙе тиҙ арала башҡарып була. Урындағы халыҡҡа һәм туристарға ярҙам талап ителгән ваҡытта тиҙ арала ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә алалар, туристар өсөн дә бик уңайлы.

Мәғлүм булыуынса, элемтә селтәрҙәренең үҫеше төбәктең һанлы технологияларҙы үҙләштереү кимәлен билдәләй, телекоммункациялар һанлы иҡтисадҡа күсеү нигеҙен тәшкил итә. Әйткәндәй, бындай эштәр республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын да тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: