Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ингән Башҡорт дәүләт университетының репродуктив биология һәм үҫемлектәрҙе клонлаштырыу лабораторияһында клонлы микроүрсеү инновация технологияһы эшләнгән. Ул һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе тәбиғи мөхиткә күсереп ултыртырға мөмкинлек бирәсәк.
- Генетик яҡтан бер төрлө булған сәсеү материалы алыу өсөн пробирка ысулы менән үҫемлектәрҙе яһалма вегетатив үрсетеү алымы орлоҡто ғына түгел, үҫемлектәрҙең теләһә ниндәй туҡымаһын ҡулланырға мөмкинлек бирә, - ти биология фәндәре докторы, БДУ профессоры Мая Ишморатова.
In vitro клональ микроүрсеү протоколдары һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәрен, хужалыҡ өсөн ҡиммәтле булған ауыл хужалығы һәм емеш-еләк культураларын етештерергә ярҙам итәсәк. Алымдың төп мәғәнәһе шунда: үҫемлек беренсел туҡымаларын һәм күҙәнәктәрен үҫтереү өсөн пробиркаға урынлаштырыла. Традицион алымдар менән сағыштырғанда, был төр үрсетеүҙең өҫтөнлөгө шунда: үрсеү коэффициенты юғары, төрлө зарарлы инфекцияларҙан сәсеү материалы һаҡлана һәм йыл әйләнәһенә үрсетергә була, үҫтереү процесын механизациялау мөмкинлеге бар.
Юғары уҡыу йорто ғалимдары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һирәк осраған үҫемлектәрен клонлап, микроүрсетеүҙең лаборатор протоколдарын булдырҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре республиканың айырым һаҡлау тәбиғәт биләмәләренә күсереп ултыртыуҙа ҡулланыла. Мәҫәлән, йылға буйы ләләһе өсөн Көньяҡ-Урал ҡурсаулығы файҙаланыла.
Ҡурсаулыҡтың директор урынбаҫары Юрий Горичев һүҙҙәренә ҡарағанда, йылға эргәһендәге ләлә – Көньяҡ Уралдың бик һирәк үҫемлек төрө. Биләмәлә был төр популяцияның торошон күҙәтеү эше алып барыла. Һирәк ҡалыуы һәм үрсеү үҙенсәлектәренә бәйле (ул орлоҡ аша үрсемәй, бары тик вегетатив рәүештә), биотехнологик алымдарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Ләләнең in vitro культураһында үрсетелгән микроһуғанбаштары ҡабаттан ҡурсаҡлыҡта ултыртыла.
Башҡортостандың ҡыҙыл китабына индерелгән башҡа һирәк ҡалған үҫемлектәрҙе клонлы микроүрсетеү саралары ла күрелә.
- Беҙҙең ғалимдар тарафынан һәр төр өсөн персональ һаҡлау стратегияһы булдырыла. Бының өсөн тикшереүселәр һирәк осраған үҫемлектең бөтә биология үҙенсәлектәрен тәрән өйрәнә, нисек үрсеүен, был урында кәмеү сәбәптәрен дә асыҡлай. Республикала беҙҙең алым буйынса һирәк төр үҫемлектәрҙе тикшереү алып барыла һәм уларҙың 60-тан ашыу төрө буйныса план әҙерләнә, - ти Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.
Фәнни тикшеренеүҙәр Башҡортостан Республикаһының фән йүнәлешендәге “Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең популяция биологияһы” һәм Башҡорт дәүләт университетының “Үҫемлек ресурстарын һаҡлау, етештереү һәм рациональ файҙаланыу, бирешмәүсәнлектең популяция һәм оногенетик механизмдары” фәнни мәктәбе үҫеше сиктәрендә алып барыла.
Әлеге фәнни алымдар “Фән” милли проектын (национальный проект “Наука”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан