Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2022, 11:30

Экспортҡа эшләү – сифатты һәм кимәлде билдәләү ул

Башҡортостан Хөкүмәте төп экспортсы булған сит илдәрҙә 11 вәкиллек асҡан.

Экспортҡа эшләү – сифатты һәм кимәлде билдәләү ул
Экспортҡа эшләү – сифатты һәм кимәлде билдәләү ул

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева менән Дәүләт Думаһының Финанс баҙары буйынса комитеты ағзаһы Владимир Сенин осрашты.

Ултырыш башланыр алдынан Владимир Борисович дүртенсе тапҡыр 2 – 4 июндә Сибайҙа уҙасаҡ “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына саҡырғандары өсөн рәхмәт белдереп, унда ҡатнашыу теләге менән уртаҡлашты.

– Шәп. Ҡыҙыҡ. Айырыуса минең өсөн – Финанс баҙар буйынса комитеты ағзаһына, – тине Владимир Сенин.

Маргарита Болычева 2000 йылдарҙа төбәк кимәлендә үткәрелә башланған форумдың тарихы, ә 2019 йылдан уның Рәсәй кимәлендә ойошторолоуы тураһында һөйләне.

– Урал аръяғында төбәктә ҡаралған һәм федераль кимәлдә ҡыҙыҡлы булған темаларҙы һөйләшеүгә сығарырға тырышабыҙ, – тине Маргарита Болычева.

Ведомство етәксеһе Владимир Сениндың эшмәкәрлек йүнәлеше форум өсөн көнүҙәк булыуын билдәләп, депутатҡа программаға уның секцияһын ойоштороуҙы индерергә тәҡдим итте.

Осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) 2022 йылда тормошҡа ашырыу саралары ҡаралды.

Маргарита Болычева республикалағы экспорт структураһы, шулай уҡ төбәк өсөн проблемалы һорауҙар тураһында һөйләне.

“Башҡортостан Республикаһында 2015 йылдан 2020 йылға тышҡы сауҙа әйләнешендә насар үҫеш күҙәтелгән. Сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспорты тотороҡло һаҡланһа ла, минерал тауар экспортының кәмеүе менән хәл ауырлаша. Был күрһәткестәр “АНК “Башнефть” йәмғиәтенең структураһын үҙгәртеү менән бәйле”, – тине ул.

Ғөмүмән, Башҡоростандың минерал тауарҙар экспорты үҫешенә 2016 йылдың октябрендә “Башнефть” предприятиеһының “Роснефть” составына инеүе кире йоғонто яһаған. Әле “Башнефть” тауарын экспортҡа сығарыу декларацияһында “Роснефть” предприятиеһы ҡарамағындағы “РН-Транс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күрһәтелә, ул республиканан ситтә теркәлгән, тип билдәләне министрлыҡ етәксеһе. “Әле был йүнәлештә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ һәм уны хәл итеү – беҙҙең төп бурыстарҙың береһе”, – тип уртаҡлашты Маргарита Болычева.

Министр Башҡортостанда сеймал һәм энергетик булмаған экспорт йүнәлешен үҫтереү өлөшөндәге ыңғай мәлдәрҙе лә әйтеп үтте. Былтыр уның күләме 34 процентҡа артып, тарихи үҫеш кимәлен күрһәткән, 2016 йылдан – 2,5 миллиард доллар тәшкил иткән.

Министр экспортҡа эшләгән предприятиеларға республика бюджетынан субсидия биреү кеүек төрҙә финанс ярҙам саралары күрһәтелеүе, “Төбәк экспорт стандарты 2.0” ысулын уңышлы ҡулланыу тәжрибәһе, Башҡортостан Хөкүмәтенең төп экспортсы булған сит илдәрҙә 11 вәкиллек асыуы тураһында һөйләне.

– Экспортҡа эшләү – сифатты һәм кимәлде билдәләү ул, был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барабыҙ, – тине министр.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Экспортҡа эшләү – сифатты һәм кимәлде билдәләү ул
Экспортҡа эшләү – сифатты һәм кимәлде билдәләү ул
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: