–Бөгөн һөт биҙҙәрендәге яман шеш сирҙәре онкология ауырыуҙары араһында беренсе урынды ныҡлы тотоп тора. Әммә уны иртә стадияла асыҡлағанда, башҡа күп онкология сирҙәре менән сағыштырғанда, тулыһынса дауалау мөмкинлеге бар. Маммография һөт биҙендәге үҙгәрештәрҙе, башҡа диагностика саралары көсһөҙ булған осраҡта ла, теүәл асыҡлай ала, - тип һөйләне Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов.
Дауахана табиптары яңыраҡ “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы алынған “Маммо РПц” һанлы аппаратында эш башлауҙарына шат. Яңы ҡорамалдың хаҡы – 12 850 000 һум.
“Был- заманса һанлы маммограф. Махсус тотҡалары пациент өсөн уңайлы, штативты төрлө мөйөшкә бороп була. Ике идара пультынан хәрәкәткә идара итергә мөмкин. Аппаратты халыҡҡа уңайлы булһын өсөн поликлиниканың беренсе ҡатында урынлаштырҙыҡ, ул файҙаланыуға тапшырылды”, - ти баш табип.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы