Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июнь 2022, 12:15

Дистанциялы алымда уҡырға инергә мөмкин

Хеҙмәтләндереүҙең был төрө менән республиканың һигеҙ юғары уҡыу йортона ингәндә ҡулланып була.

Дистанциялы алымда уҡырға инергә мөмкин
Дистанциялы алымда уҡырға инергә мөмкин

Бының өсөн “Вузға онлайн уҡырға инеү” суперсервисы менән файҙаланырға кәрәк. Ул “Һанлы иҡтисад” (национальный проект “Цифровая экономика”) һәм “Фән һәм университеттар” (национальный проект “Наука и университеты”) милли проекттары ярҙамында үҫешә. Был башланғыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланып, уңышлы тормошҡа ашырылып килә.

БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың документтарҙы дистанцияла ҡабул иткән юғары уҡыу йорттары иҫәбенә түбәндәгеләр инде: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, шулай уҡ уларҙың филиалдары һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.

20 июндә быйылғы ҡабул итеү кампанияһы башланды. Ул 25 июлгә тиклем дауам итә. Бөтә Рәсәйҙән 970-тән ашыу юғары уҡыу йорто (әйтеп үтеүебеҙсә, улар иҫәбендә – Башҡортостандан һигеҙ вузы) суперсервис программаһына ингән.

“Вузға онлайн инеү” сервисы тәүге тапҡыр 2020 йылда эшләй башланы, ул саҡта был хеҙмәт менән Рәсәйҙең 54 юғары уҡыу йорто ғына файҙаланғайны. Сервисты ҡулланған вуздарҙың артыуы менән бергә сығарылыш уҡыусылары өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, бюджет урындарына ғына түгел, бюджеттан тыш, маҡсатлы һәм льготалы урындарға ла сервис ярҙамында уҡырға инеү – һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтарҙың береһе. Документтарҙы көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә бирергә мөмкин.

Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков билдәләүенсә, яңы ҡабул итеү кампанияһына конкурс исемлектәрен яңыртыу системаһы еренә еткереп эшләнде: статустар шунда уҡ тиерлек үҙгәрәсәк.

– Был бер юлы бер нисә белгеслеккә һәм йүнәлешкә ғариза биргән абитуриенттар өсөн бик мөһим. Улар конкурс хәлен аныҡ ваҡыт режимында күҙәтеп бара ала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.

“Вузға онлайн инеү” суперсервисы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының бер өлөшө лә булып тора. Абитуриенттар тураһында мәғлүмәттәр бында раҫланған, тимәк, паспорттың, белем тураһында документтың төп нөсхәһен юғары уҡыу йортона килтерергә кәрәкмәй.

Рәсәйҙең һанлы үҫеш министры урынбаҫары Олег Качанов:

– Суперсервистар – ул кешеләрҙең мөһим тормош хәленә бәйле формалашҡан яңы төр дәүләт хеҙмәттәре. Суперсервистар концепцияһы хеҙмәтләндереүҙәрҙе әүҙем күрһәтеүҙе күҙ уңында тота: дәүләт кешегә уңайлы мөмкинлектәр, тейешле льготалар һәм түләүҙәр хаҡында үҙе хәбәр итәсәк, - тип суперсервистарҙың эшмәкәрлегенә аңлатма бирҙе.

Фото: chehov-vid.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: