Июль айы башында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Дәүләт Думаһында “Ауыл халҡының һаулығын һаҡлауҙың көнүҙәк мәсьәләләре. Закондар менән тәьмин ителеше” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Унда ҡаралған мәсьәлә ауылда йәшәгән һәр кемгә ҡағыла. Министр республикала ауыл халҡына медицина ярҙамын яҡынайтыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Һуңғы осорҙа республикабыҙ райондарында, хатта элек медицина пункттары бөтөнләй булмаған төпкөл ауылдарҙа тәүге медицина ярҙамының яҡынлашыуын, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуын, күсмә мобиль пункттарҙың эшләүен, халыҡтың һөйөнөсөн барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ.
Яңыраҡ һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелеүе лә мәғлүм. Был беҙгә, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә нимә бирәсәк?
– Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Бюджеттың социаль өлөшө - 70 процент тирәһе. Атап әйткәндә, киләһе йылға бюджетҡа үҙгәреш индергәндә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһын финанслау яҡынса ике миллиард һумға арттырылды, шул иҫәптән, яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса сараларға, – тигәйне ултырыштарҙың береһендә республика Премьер-министры Андрей Назаров. Тимәк, һаулыҡ һаҡлау тармағы, финанс ҡатмарлыҡтарына, сәйәси баҫымға ҡарамаҫтан, үҫешергә, нығынырға тейеш.
Айрат Рәхмәтуллиндың Дәүләт Думаһы ултырышында белдереүенсә, ауыл ерендә бөгөн тәүге медицина-санитар ярҙамды 15 республика медицина ойошмаһы, 51 үҙәк район дауаханаһы, 24 участка һәм 16 ҡала дауаханаһы, 196 табиплыҡ амбулаторияһы, 2086 стационар һәм 36 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты күрһәтә. Бынан тыш, пациенттарға экстрен ярҙам кәрәккәндә уларҙы бик тиҙ дауаханаларға илтеү өсөн ике АН-2 самолеты, ике “R-44” Robinson вертолеты һәм бер АНСАТ самолеты бар. Алда ҙур бурыс – ауыл медицинаһын үҫтереүҙә дистанцион технологияларҙы ҡулланыу. Әле 1848 фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы интернет селтәренә тоташтырылды, компьютер ҡорамалдары менән йыһазландырылды.
– Һанлаштырыуҙы үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе – телемедицина. Бөгөн республика мәғлүмәт системаһында “Дистанцион консультациялар үҙәге” һәм “Видеобәйләнеш” модулдәрен эсенә алған Берҙәм рентгенологик система булдырылған, бөтә һанлы рентгенологик ҡорамалдар тоташтырылған, – тине министр. Республикала “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программаларының үтәлеше, белгестәргә түләү мәсьәләләре лә ҡаралды. Был программалар ауылдарға ике меңдән ашыу белгесте йәлеп итергә ярҙам итте.
– 2022 йылда ауылдарға специалитет программалары буйынса – 118, ординатура программалары буйынса 78 белгесте урынлаштырыу көтөлә, - тине Айрат Рәхмәтуллин. Былтыр һаулыҡ һаҡлау тармағы республикала тәүге звеноны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға тотондо. Әле 26 медицина учреждениеһына капиталь ремонт үткәрелгән, ике поликлиника төҙөлгән, 73 модулле ФАП, ике табиплыҡ амбулаторияһы урынлаштырылған. Әлеге көндә өс поликлиника һәм бер дауахана төҙөлөшө башланған. “Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу – тармаҡ алдындағы иң ҙур бурыстарҙың береһе, беҙ шуға ынтылабыҙ ҙа”, – ти Айрат Рәхмәтуллин.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.