Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2022, 09:00

Бөтә сабыйҙар генетик сирҙәргә тикшереү үтәсәк

Республикала әле был хәүефле сиргә дусар булған 42 бала йәшәй.

Бөтә сабыйҙар генетик сирҙәргә тикшереү үтәсәк
Бөтә сабыйҙар генетик сирҙәргә тикшереү үтәсәк

Башҡортостан арҡа-мускул атрофияһына, һирәк осраған нәҫел сирҙәренә күләмле неонаталь скрининг үткәрәсәк һигеҙ төбәк исемлегенә индерелде. Был яңы тыуған сабыйҙарҙа генетик сирҙәрҙе иртә ваҡытта асыҡларға һәм дауалау тәьҫирлелеген көсәйтергә ярҙам итәсәк.

Бер нисә йыл элек ике йәшлек Варвараға хәүефле диагноз ҡуйыла: 2-се типтағы арҡа-мускул атрофияһы. Һис кисекмәҫтән дауалау талап ителә. Ғаилә берҙән-бер һауыҡтырыусы, әммә үтә ҡиммәтле "Золгенсма” препаратына средстволар йыйыу тураһында иғлан итте. Өмөт аҡланды – 100 миллион һум аҡса тупланды. 2021 йыл башында Варвараға укол яһалды. Кескәй ҡыҙ тәүге уңыштары менән ҡыуандыра башлаған да инде.

Республикала әле был хәүефле сиргә дусар булған 42 бала йәшәй. Бындай ауырыуҙарҙы тәүге йылдарҙан уҡ дауалай башларға кәрәк, сөнки ваҡыт үткән һайын эҙемтәләр тәрәнәйә бара, хәрәкәтләнеү функциялары боҙола, кескәйҙәр вафат була. Республика медик-генетика үҙәгенең баш табибы Фәнил Билалов әйтеүенсә, республиканың бөтә яңы тыуған сабыйҙары (быйыл улар һаны 36 мең) арҡа-мускул атрофияһына тикшереү үтәсәк. Республика медик-генетика үҙәге төбәк-ара үҙәк сифатында Волга буйы федераль округы төбәктәре балалары биоматериалдарын да ҡабул итәсәк, тикшереү үткәрәсәк.

Әгәр балала арҡа-мускул атрофияһы асыҡланһа, лаборатория яңынан ҡанды тикшереүгә ала. Диагноз яңынан асыҡланһа, тикшереү һөҙөмтәләре медицина ойошмаһына ебәрелә һәм пациентты артабан дауалау тәғәйенләнә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: