1 марттан, 2022 йылдың 4 июлендә ҡабул ителгән 266-сы Федераль законға ярашлы, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәттәрҙе һәр кем ала алмаясаҡ. Тимәк, кемдер Берҙәм күсемһеҙ милек реестры белешмәһенә эйә булыу өсөн заказ бирһә, был документҡа милексенең шәхси мәғлүмәттәре индерелмәйәсәк. Белешмәне нотариус аша йәки милексенең үҙенең ризалығы буйынса ғына алырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, белешмәләге шәхси мәғлүмәттәр кадастр инженерҙарына, күсемһеҙ милектең башҡа милекселәренә, граждандың ҡатынына (йәки иренә), ҡуртымға биреүсегә йәки алыусыға һәм башҡаларға бирелергә мөмкин. Бындай хоҡуҡҡа эйә булыусылар менән тулыраҡ 266-сы Федераль законда танышырға мөмкин.
Белгестәр әйтеүенсә, был норма күсемһеҙ милекселәрҙе яҡларға тейеш, сөнки Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы белешмәләрҙә шәхси мәғлүмәттәрҙең юҡлығы мутлыҡ ҡылыу осраҡтарын кәметәсәк.
Әйткәндәй, 10 ғинуарҙа Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү тураһында ла һүҙ барҙы. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, былтыр республиканың берҙәм проблемалы объекттар реестрынан 70-тән ашыу объект алынған. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Быйыл был исемлеккә тағы 36 йорт инә. Йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү өсөн Биләмәләр үҫеше федераль фонды ҡатнашлығында 17 объектты төҙөүҙе тамамламаҡсылар. Бынан тыш, тағы биш йорт өлөшсөләренә аҡсалата компенсация түләнер тип көтөлә.
Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/509667/
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан