Башҡортостанда диспансерлаштырыу һөҙөмтәһендә тәү тапҡыр 176,3 мең сир асыҡланған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Тәүге урында – ҡан әйләнеше системаһы, икенсе урында – аш һеңдереү ағзалары, өсөнсө урында – тын алыу ағзалары сирҙәре. Социаль әһәмиәтле сирҙәр араһынан тәү тапҡыр 15 туберкулез, 843 яман шеш, 2 465 шәкәр диабеты, 3 084 йөрәк ишемияһы асыҡланған.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, йыл эсендә республикала диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын һәм иҫкәртеү сараларын 1,285 миллион кеше үткән. Шуларҙың 644,1 меңе – эшләүсе халыҡ, 23,3 меңе – студенттар. “Тәүге тапҡыр сир асыҡланған 145 979 граждан диспансер күҙәтеүенә алынған. 18 314 ауырыу өҫтәмә тикшереү үтеү өсөн дауаханаларға ебәрелгән. Юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мәсьәләне хәл итеү өсөн 1 816 кеше күҙәтеүгә алынған”, – тинеләр министрлыҡта.
Быйыл тәү тапҡыр Яңы йыл байрамдарында өлкәндәрҙең айырым категориялары өсөн диспансерлаштырыу ойошторолдо. Ошо ваҡыт арауығында 11 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүен үтте, 5 802 граждан вакцина яһатты. Байрамда ла күсмә медицина комплекстары юлда булды, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары Ауырғазы, Стәрлебаш, Ишембай райондарында халыҡты ҡабул итте.
Һәр кемде иҫкәртеү медицина тикшереүҙәре менән йылына кәм тигәндә бер тапҡыр тәьмин итеү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының маҡсатлы күрһәткесе булып тора.2024 йылға халыҡтың 70 проценты йыл һайын иҫкәртеү медицина тикшереүҙәрен үтергә тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.