Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Февраль , 17:30

Владимир Путин яңы милли проекттар булдырҙы

Улар кемдәргә ҡағылыр? 

Владимир Путин яңы милли проекттар булдырҙы
Владимир Путин яңы милли проекттар булдырҙы

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ил Президенты Владимир Путин илдә тағы ла милли проекттар барлыҡҡа килеүен иғлан итте. Берәүһе “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” тип атала.

“Әле Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәштән уҙҙы. Беҙ коронавирус пандемияһына тиклемге кимәлгә ҡайттыҡ. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғо 78 йәштән кәм булмаҫҡа тейеш, артабан, беҙ күҙаллағанса, “80+” кимәленә сығырға кәрәк. Әлегә ғүмер оҙонлоғо Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән аҙыраҡ булған ауыл биләмәләренә, төбәктәргә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, – тине дәүләт башлығы. – Был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта сәләмәт әүҙем ғүмер оҙонлоғоноң артыуы, кешенең үҙ ваҡытын ғаиләһенә, яҡындарына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә арнай алыуы мөһим”.

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ил Президенты Владимир Путин илдә тағы ла бер милли проект барлыҡҡа килеүен иғлан итте – “Рәсәй йәштәре”. Был илдәге йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге тәжрибәне бер программаға туплау өсөн кәрәк.

“Был проект киләсәк тураһында һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн булырға тейеш”, – тине дәүләт башлығы.

Мөрәжәғәтнамә барышында Владимир Путин йәнә бер милли проект тәҡдим итте – “Кадрҙар”.

“2030 йылда илдә 20-24 йәштәге 8,3 миллион граждан була, ә 2035 йылда ундайҙар 9,7 миллионға етәсәк. Был, әлбиттә, үткән йылдарҙағы демографик саралар һөҙөмтәһе. Беҙгә был егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың үҙ эшенең оҫталары булыуы кәрәк. Ошоноң өсөн яңы милли проектты йүнәлтербеҙ. Был хаҡта күп һөйләйбеҙ, әммә ысынында иһә, мәктәптән алып юғары уҡыу йортона тиклем мәғариф этаптары бәйләнештәрен нығытыу зарур. Улар дөйөм һөҙөмтәлә уртаҡ уй-фекерҙә эшләргә тейеш, һәм бында буласаҡ эш биреүселәрҙең ҡатнашыуы мөһим.

Быйылғы уҡыу йылынан алып илдең барлыҡ мәктәптәрендә һөнәри йүнәлеш системаһы булдырылған. Балалар 6-сы кластан башлап төрлө белгеслектәр буйынса белем ала аласаҡ. Төрлө предприятие, медицина һәм ғилми үҙәк етәкселәренә мөрәжәғәт итәм – уҡыусыларҙы саҡырығыҙ, улар цехтарҙы, завод музейҙарын, лабораторияларҙы ҡараһын ине. Был эшкә мотлаҡ ҡушылығыҙ.

Белем биреү йорттары менән иҡтисадтың реаль секторының үҙ-ара тығыҙ эш итеү принциптарында “Профессионалитет” проектын тормошҡа ашырабыҙ. Ул авиа- һәм суднолар төҙөү, фармацевтика, электроника, оборона сәнәғәте өсөн программаларҙы яңыртырға мөмкинлек бирҙе.  2028 йылға тиклем бер миллион самаһы эшсе һөнәр вәкилдәрен әҙерләү бурысы тора. Бындай алымдарҙы беҙ урта һөнәри белем биреүҙең бөтә системаһына таратырға тейешбеҙ”, – тип йөкләмә бирҙе дәүләт башлығы.

"Йыл аҙағына тиклем мин әйткән бөтә милли проекттар ҙа раҫланырға, үҙ-ара координацияланырға тейеш. Был айырым ведомстволарҙың проекттары түгел, улар дөйөм эшкә хеҙмәт итергә, милли үҫеш маҡсаттарыбыҙға ирешергә тейеш", - тип белдерҙе Владимир Путин.

Фото: тура эфирҙан скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: