Бөтә яңылыҡтар

Тағы туғыҙ сүплек юҡ ителәсәк

Президентыбыҙ 2030 йылға экологик хәлде комплекслы яҡшыртыу бурысын ҡуя.

Тағы туғыҙ сүплек юҡ ителәсәк
Тағы туғыҙ сүплек юҡ ителәсәк

”Экология” милли проекты сиктәрендә санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөүҙе Рәсәй Президентының төбәк ҡабул итеү бүлмәһендә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тикшерҙе, тип хәбәр итә БР буйынса Баш федераль инспектор аппараты.

Быйыл Баймаҡта, Сибайҙа, Благовещенда, Дәүләкәндә, Күмертауҙа һәм Стәрлетамаҡта алты ҙур сүплекте юҡ итеү тамамлана. Эштәрҙе башҡарыу сифатын баш федераль инспектор контролдә тотасаҡ.

"Бөгөн графиктан тайпылырға, артта ҡалыуға юл ҡуйырға ярамай. Беҙ сүп-сарҙы ваҡытында йыйыуҙы һәм сығарыуҙы ойоштороуҙан тыш, уны дөрөҫ сорттарға айырырға, утилләштерергә тейешбеҙ. Рәсәй Президенты төбәктәр алдында 2030 йылға экологик хәлде комплекслы яҡшыртыу бурысын ҡуя", – тип билдәләне Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов.

Былтыр сүп-сар полигондары 851-ҙән 398-гә тиклем кәмегән. Ә 2019 йылдан өс меңгә яҡын законһыҙ сүплектәр юҡ ителгән. Быйыл тағы туғыҙ сүплекте бөтөрөү буйынса проект-смета документацияһы әҙерләнәсәк. Улар “Генераль йыйыштырыу” федераль проектына индереләсәк.

Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: gtrk.tv

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: