Бөтә яңылыҡтар

Уҡбалыҡтарға Ағиҙел оҡшарға тейеш

Республикала Ағиҙел йылғаһына 16 меңгә яҡын селбәрә ебәрелгән. 

Уҡбалыҡтарға Ағиҙел оҡшарға тейеш
Уҡбалыҡтарға Ағиҙел оҡшарға тейеш

Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы 16 меңгә яҡын “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән уҡбалыҡ селбәрәһе менән тулыланды. Был сараның маҡсаты – “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә һыу биологик ресурстарына килтерелгән зыянды ҡаплау һәм һыу биоресурстары популяцияһын тулыландырыу.

Уларҙы “Росрыболовство” федераль агентлыҡтың Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Кама – Урал филиалының һыу биологик ресурстарын һаҡлау һәм балыҡсылыҡты ойоштороу буйынса бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы күҙәтеүе аҫтында Нефтекаманан килтерҙеләр һәм уңышлы һыуға ебәрҙеләр.

Селбәрәләр Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығында үҫтерелгән. Һәр береһенең ауырлығы өс грамдан күберәк. Селбәрәләрҙе сығарыу процедураһы күп этаплы – тәүҙә уларҙы балыҡ питомнигында яһалма һыу ятҡылығынан тотоп алалар, үлсәйҙәр һәм махсус транспортта һыу ятҡылығы ярына алып сығалар.

"Ағиҙел йылғаһында уҡбалыҡ өсөн яҡшы аҙыҡ базаһы бар, шулай булғас, сығарылған йәш балыҡтарҙың ерегеүе ҡулай булыр, ә артабан үрсетеү һәм популяцияның һанын тергеҙеү өсөн шарттар ҡулай тип уйларға нигеҙ бар", - тип билдәләне Башҡортостан Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыуҙы күҙәтеү бүлеге әйҙәүсе белгесе Рәмил Рәсаев.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: