Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2024, 09:30

"Фәнни алыш" та көтөлә

Баш ҡалабыҙҙа Евразия ғилми-белем биреү үҙәге форумы уҙасаҡ.

"Фәнни алыш" та көтөлә
"Фәнни алыш" та көтөлә

24-25 октябрҙә Өфөлә, "Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге форумы үтә, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан.

Сарала Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡытай ғалимдары, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, власть органдары вәкилдәре ҡатнаша. Форум вуз-ара студенттар кампусының, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең майҙансыҡтарында үтәсәк.

Программала машина эшләү, нефть-химия тармаҡтарын, ғилми-белем биреү үҙәктәрен үҫтереү буйынса фекер алышыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған. Пленар ултырышта Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре, алға маҡсаттар хаҡында һөйләшеү, сығыштар планлаштырылған. Шулай уҡ “Фәнни алыш” интеллектуаль уйындары, киберспорт буйынса халыҡ-ара иптәштәр чемпионаты, “Фәнни сәнғәт” тип аталған ижады эштәр күргәҙмәһе һәм башҡала саралар көтә.

“Форум мәғариф хеҙмәткәрҙәрен иҡтисад тармағы һәм власть органдары вәкилдәре менән нығыраҡ яҡынайтасаҡ. Был берҙәм майҙансыҡ технологик яҡтан лидерлыҡ ҡаҙаныуға йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә ғалимдар сафын талантлы йәштәр тулыландырыр, фәнни ҡаҙаныштарыбыҙҙы республиканан ситтә лә популярлаштырыуға өлгәшербеҙ тип ышанам”, – ти ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.   

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Фән һәм университеттар” милли проектының (национальный проект “Наука и университеты”) төп маҡсаты – илебеҙҙе өҫтөнлөклө өлкәләрҙәге эшләнмәләр буйынса донъялағы биш лидер иҫәбенә индереү. Был йәһәттән ғалимдарға үҙебеҙҙә эшләү, йәшәү уңайлы булһын өсөн шарттар тыуҙырыла, тармаҡҡа йәштәр йәлеп ителә. Заманса кампустар селтәре төҙөү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Ғилми тикшеренеү үткәреүселәр алдынғы ҡорамалдар, инфраструктура, шул иҫәптән “мегасайенс” класлы уникаль ҡулайлама менән тәьмин ителә. Юғары уҡыу йорттарын, ғилми-тикшеренеү институттарын һәм бизнес вәкилдәрен берҙәм проекттарҙа ҡатнашырға саҡыралар: уртаҡ хеҙмәт ил мәнфәғәтендәге яңы асыштарҙы тиҙерәк, һөҙөмтәлерәк файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк.

Фото: наука.рф

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: