Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2022, 11:29

Ауыл менән донъя йәмле…

Татыу ғаиләгә именлек, уңыштар теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, көнө-төнө машиналар ағымы геүләп торған федераль әһәмиәттәге Өфө – Ҡазан автомобиль магистрале менән иғтибарҙы йәлеп иткән район биләмәһе ҡышҡы миҙгелдә лә тормоштоң бында өҙлөкһөҙ ҡайнап тороуын күрһәтә.

 

Йәшәү көсө

 

Ҡышҡы осорҙа ап-аҡ ҡар эшләпәләрен кейеп алған береһенән-береһе ҡупшыраҡ ауыл йорттары, таҙартылған киң урамдар бында ысын ер хужалары, биләмәләрен яратып, даими тәрбиәләп торорға ғәҙәтләнгән егәрле халыҡ йәшәгәнен иҫбатлай. Йәйге мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арынған илештәр, илдәге ҡатмарлы эпидемиологик осорға ҡарамаҫтан, хужалыҡтарын ихлас көтә, мал-тыуарын аҫрай, балаларын тәрбиәләй, уларҙы һөнәрле һәм белемле итеү өсөн бөтә тырышлығын һала.

Илештәр үҙ биләмәләрендә төрлө тарихи осорҙарға ҡағылған йөҙҙән ашыу археология ҡомартҡыһы, һирәк осрай торған ҡарағай урмандары, “Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы”на ингән утыҙҙан ашыу үҫемлек төрҙәре, тәбиғәттең ҡабатланмаҫ хозурлығын арттырған тиҫтәләгән ваҡ йылға һәм быуалары менән сикһеҙ ғорурлана ала. Ауылдар нигеҙе бында ҡоромай, иҫкеләре өҫтөнә яңылары өҫтәлә, ә район үҙәгенең йыл һайын өр-яңы йорттар ҡалҡҡан биҫтәләр менән ҡаршы алыуына күнегеп тә бөткәнбеҙ. Быға районда ауылдарҙы үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуы, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә яңы боролош алыныуы ла сәбәпсе.

Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ҡабул ителгән “Республикала ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһының тормошҡа ашырылыуы тураһында күптәр хәбәрҙарҙыр. Беҙҙеңсә, быға тиклемге программаларҙан айырмалы, быныһы күпкә тәьҫирлерәк, эшлеклерәк. Өҫтәүенә коронавирус инфекцияһы киң таралған осорҙа уның уңышлы тормошҡа ашырылыуы   программаға ышанысты арттырҙы.

Дәүләт программаһының төп идеяһы билдәле – халыҡтың тормош көтөүе өсөн ауыл ерҙәрен күркәм, уңайлы итеү. Тағы ла бер маҡсаты – ауылда йәшәгән кешеләргә торлаҡлы булырға ярҙам күрһәтеүҙән тыш, ошонда йәшәргә теләк белдергән һәр кемгә ишектәрҙе киң асыу. 2019 йыл аҙағында Рәсәй Президенты ауылға арналған Дәүләт Советы ултырышында, бөтә дөйөм социаль программаларҙа ла ауылдың өлөшө булырға тейеш, тип белдергәйне. Был программа нигеҙенә ашығыс хәл ителергә тейешле мәсьәләләр һалына. Әлегә тиклем “өҫтән” килгән күрһәтмәләр тәү сиратта хәл ителһә, яңы программа урындағы башланғыстарҙы ла үҙ эсенә алырға тейеш. Коронавирус бөтә донъяла таралғанға тиклем ауылға килгән йәш белгестәр, табиптар, фельдшерҙар һәм уҡытыусылар өсөн яҡшы мөхит тыуҙырыу тураһында хыялландыҡ. Ил кимәлендә телемедицина, дистанциянан тороп уҡыу мөһимлеге тураһында фекер йөрөттөк. Күптәр быға ышанып та етмәгәндер. Ә бына пандемия был фекерҙәрҙең тормошсанлығын, дөрөҫлөгөн раҫланы. Бына тигән төҙөк юлдар, интернет, бөтә тейешле инфраструктура булғанда, йорттарҙа “зәңгәр ут” балҡығанда, ауылдарҙың ымһындырғыс йәшәү көсө күптәрҙе үҙенә магниттай тартыуы сер түгел. Һәр хәлдә Илеш районында ошо программа һөҙөмтәһендә йорт-ерле, эшле булған, балалар үҫтергән ғаиләләр менән танышыуыбыҙ үрҙәге фекерҙе нығытты.

 

“Себергә йөрөйһө лә түгел…”

 

Түбәнге Сереккүл ауылында йәшәгән, Куйбышев исемендәге колхозда хеҙмәт иткән Гөлирә менән Әнфир Шаморатовтар бындай ҙа ҙур бүләккә эйә булыуҙарын күҙ алдына ла килтермәгән. Уларҙың программа ярҙамында йорт-ерле буласағына тәүҙәрәк ышанмай тороуын аңларға мөмкин. Шыршы сауҡалығы эсендә әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартҡан ике ҡатлы кирбес йортҡа яңы йыл алдынан ғына күскәндәр.

– Йорт тулыһынса әҙер ине, биҙәкләү эштәре тамамланған, бүлмәләр йылы, ишектәр ҡуйылған, шатлығыбыҙҙың сиге юҡ, – ти ғаилә башлығы, алты бала атаһы Әнфир Нуримәрҙән улы. – Фатирға сиратта 12 йыл торҙоҡ, ваҡыт үтеү менән программа талаптары ла яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, элегерәк йорт хаҡының 30 процентын шунда уҡ индерергә тейеш инек. Хәҙер дөйөм хаҡтың 80 процентын Хөкүмәт түләй, 2 процентын – район хакимиәте, ә 18 процентын эш биреүсе, йәғни Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы түләне. 4 миллион 687 мең һумлыҡ, бөтә шарттар булдырылған йортта йәшәрбеҙ, тип кем уйлаған? Ишекте асҡыс менән асып ҡына индек, әкиәттәге кеүек – барыһы ла бар. 20 сутый ерҙә нимә ултыртыу тураһында малайҙар менән кәңәшләшәбеҙ. Яҙға ла күп ҡалмай бит...

Утыҙ йыл буйы механизатор булып эшләгән ғаилә башлығына йортҡа тулыһынса хужа булыу өсөн тағы ун йылға яҡын хужалыҡта хеҙмәт итергә, ҡеүәтле тракторҙарҙы “йүгәнләргә”, МТЗ-80 менән фермаға аҙыҡ ташырға тура киләсәк. Әнфир Нуримәрҙән улының күңеле тыныс. “Ауылда яҡшы йәшәү өсөн “елкә” кәрәк. Тырышлыҡ һалмайынса, ялҡау­лығыңды еңеп, таң атыу менән эшкә йүгермәйенсә, донъя көтөп булмай”, – ти ул.

Шаморатовтар – ауылда күп балалы иң ҙур ғаилә. Йорт хужабикәһе Гөлирә әйтмешләй, “хәҙер Себергә йөрөйһө юҡ, беҙҙә эшләгән кешене күрә һәм баһалай беләләр”. Таң һарыһынан фермаға һыйыр һауырға йүгергән, биш улын тәрбиәләргә, өҫтәүенә үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашырға, ауылдаштарына байрам, юбилей тантаналары үткәрергә өлгөргән йыр-моңға әүәҫ Гөлирә Борис ҡыҙын хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Бер бөртөк кенә ҡыҙҙары Гөлгөнә Минзәлә медицина колледжында уҡып йөрөй. “Атаһының һөйөклө ҡыҙы инде ул, ике аҙна һайын тигәндәй Әнфир уны Минзәләнән машина менән алып ҡайтып, үҙе илтеп ҡуя, – ти Гөлирә тормош иптәше менән ғорурланып.– Улдарыбыҙ ҡул араһына инеп бара. 16 йәшлек Алмас бейеү менән яратып шөғөлләнә. 14 йәшлек Илназ хоккей, футболға мөкиббән, Вилназ, Дилназ да түңәрәктәргә, ә төпсөгөбөҙ Ранис балалар баҡсаһына йөрөй”.

Шаморатовтар йортто дүрт ай эсендә күтәреп ҡуйған төҙөүсе­ләргә, документтарҙы әҙерләүгә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә рәх­мәтле. Әнғәм Атнабаев исемендәге урамдың 47-се йортонда тыныс, имен таңдар атыуына, бәхетле көндәр тантана итәсәгенә, киләсәктә биләмәнең ейән-ейәнсәрҙәрҙең шат тауышынан гөрләп торасағына ҙур ышаныс бар. Ауылдың көрт баҫҡан урамдары ла, аяҡ аҫтында шығырҙаған ап-аҡ ҡары ла күңелгә танһыҡ. Ана, Шаморатовтар “командаһы”, кемуҙарҙан көрәктәргә тотоноп, ихатаны ҡарҙан таҙарта, ата-әсәнең ҡат-ҡат әйтеп, иҫкә төшөрөп тороуы ла кәрәкмәй. Татыу ғаиләгә именлек, уңыштар теләйбеҙ.

 

“Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ…”

 

Гөлнара Сәмиғуллина – Үрге Йәркәй ҡыҙы. Бөрө педагогия институтын тамамлағас, тәрбиәсе, китапхана мөдире булып эшләй, өҫтәмә белем ала. Бөгөн Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәптә тарихты һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса балаларға белем бирә. 27 йыл хеҙмәт стажына эйә уҡытыусыға әлегә тиклем үҙ торлағын булдырыу мөмкинлеге булмаған. Ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында бер-береһенә терәк булып, донъя көтөп ятҡандарында улар көтөлмәгән шатлыҡлы хәбәр ала. “Республика ауыл билә­мәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, торлаҡты яллау килешеүе буйынса Гөлнара Рифҡәт ҡыҙының ғаиләһенә торлаҡ асҡысы тапшырыла.

– Был программа хаҡында ишеткәс, тәүҙә унда ҡатнашыуҙан файҙа булырына ышанып та бөтмәнем, – ти Гөлнара Сәмиғуллина. – Мәктәп директоры “әйҙә, ғариза яҙайыҡ, документтар әҙерләйек” тип өгөтләп, ярҙам итергә тырышып торғас, тә­үәккәлләнем. Программа федераль һәм республика бюджеттары, урындағы хакимиәт һәм мәктәптең берлектәге финанс ярҙамында тормошҡа ашырыла. Барыһы ла яйлы барҙы. Йәш буйынса сикләү булмауы ҙур өҫтөнлөк ине. Йыл аҙағында район хакимиәтенән Эльза Закирова тап ошо программа буйынса торлаҡ биреләсәге хаҡында шылтыратып әйткәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Ҡыҙыма шылтыратып, һө­йөнөсөбөҙҙө уртаҡлашам, хеҙмәттәштәремә лә көтөлмәгән шатлығымды еткерҙем, барыһы ла минең өсөн шат, ихлас күңелдән ҡотлайҙар… Тик күңел генә оҙаҡ ышанмай икеләнде. Тулыһынса ремонт эшләнгән, теләгән ваҡытта инеп йәшәргә мөмкин булған 42 квадрат метр майҙанлы фатирҙы үҙ күҙҙәрем менән күргәс кенә тынысландым – төштә түгел икән, өндә!

“Илеш” күсмә механизация­ланған колоннаһы” йәмғиәте подрядсы ойошмаһының контракт буйынса йөкләмәләрен ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыуын да билдәләргә кәрәк. Фатир хаҡы бер миллион 512 мең һум тәшкил итә.

Йорт хужабикәһе бүлмәләрҙе йыһазландырыуға тотонған да инде. Яңы һыуытҡыс, өҫтәл, ултырғыстар үҙ урындарын тапҡан. “Программа шарты буйынса тағы ун йыл яратҡан эшемде ауыл мәктәбендә дауам итергә тейешмен. Тыуған төйәгеңдә үҙеңдең кәрәклегеңде һәм айырыуса яҡташ­тарымдың яҡшы мөнәсәбәтен, ярҙамын тойоу күңелгә рәхәтлек, эшләргә дәрт бирә. Иң мөһиме – һаулыҡ булһын”, – ти Гөлнара Рифҡәт ҡыҙы. Беҙ ҙә уның теләктәренә ихлас ҡушылабыҙ, яңы йорттарына ҡот-бәрәкәт, именлек теләйбеҙ.

Әйткәндәй, яңы йылды яңы йорттарҙа ҡаршылағандар бер Гөлнара Сәмиғуллина ғына түгел, граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү программаһына ярашлы, 32 ғаилә фатирлы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм етем балалар иҫәбенән ете ғаилә йортло булыу ҡыуанысын кисергән.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас: