Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2022, 22:50

Штрафтар бюджетҡа китәме?

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” проектына ярашлы үткән Башҡортостанда 2023 йылға бюджет формалаштырыу буйынса брифингта республика халҡынан төрлө һорауҙар килде. Күптәр бюджеттың нисек тулыланыуы менән ҡыҙыҡһынды. 

Штрафтар бюджетҡа китәме?
Штрафтар бюджетҡа китәме?

Брифинг барышында ошондай һорау яңғыраны: “Юлдарҙағы күҙәтеү камераларынан килгән штрафтар бюджетҡа китәме?”. 

Был һорауға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанстар министры Лира Иғтисамова түбәндәгесә яуап бирҙе: “Тәү сиратта, шуны аныҡлау мотлаҡ: штрафтар күҙәтеү камераларынан килмәй, сығарылған ҡарар нигеҙендә килә, йәғни улар - рулгә ултырған кешенең юл ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһе. Ысынлап та, был штрафтар республика бюджетын тулыландыра. Быйыл, мәҫәлән, 2,2 миллиард һумлыҡ штраф йыйылды. Үкенескә ҡаршы тип әйтәйекме, нисек кенә булмаһын, статистикаға таянып эш итәбеҙ, алдағы йыл бюджеты ла ошо суммаға “иҫәп тота”. Әлбиттә, бюджетты тулыландырыуҙың был төрө тураһында һүҙ алып барғанда табыш алыу хаҡында түгел, тәү сиратта хәүефһеҙлек тураһында әйтергә кәрәк. Штрафтар кешеләрҙе уйландырһын ине”.

Әйткәндәй, брифинг шуныһы менән иғтибарға лайыҡ: бюджет формалаштырғанда нимәләргә иғтибар ителә, ул ниндәй күләмдә һәм ниндәй сығымдар нигеҙендә тотонола – ошо күренештәрҙе ябай кеше аңлаһын өсөн эфир видеояҙмалар нигеҙендә төрлө миҫалдар, спикерҙар фекере менән байытылды, йәғни ҡоро һандар яңғыраған күңелһеҙ эфир булманы.

Әйтәйек, мәғариф өлкәһендә бюджетты нисек тотоноу хаҡында аңлатҡанда, эфирға Стәрлебаш районы сыҡты. Быйыл ундағы Әмир ауылы мәктәбенә ҙур ремонт эшләнгән: иҙәнде, спортзал түбәһен алыштырғандар, йыһаз, ҡорамалдар һатып алынған, белем усағының тирә-яғы ла төҙөкләндерелгән. “Мәктәп күҙгә күренеп үҙгәрҙе”, - тине район башлығы Рөстәм Рахманғолов. Уҡыусы Данил Ғәзизов та яңылыҡтарға шат: “Мәктәбебеҙ йылы, яҡты, иркен, рәхәтләнеп йүгереп була”, - тип тәҫьораттарын уртаҡлашты. Ғөмүмән, республикала быйыл 70-кә яҡын мәктәп ремонтланған – был хаҡта спикер, Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Башҡортостан бюджеты социаль йүнәлешле булыу сәбәпле, медицина өлкәһенә лә ҙур сумма йүнәлтелә. Мәҫәлән, алдағы йылда 104,7 миллиард һум тотоноласаҡ. Әлбиттә, күптәрҙә был аҡса ҡайҙа китә, тигән һорау тыуа. Лира Закуан ҡыҙы әйтеүенсә, эш хаҡы, биналар төҙөү, ремонт эштәре, ҡорамалдар һатып алыу һәм башҡалар – былар барыһы ла бюджетта ҡаралған. Быйыл әйтәйек, шул иҫәптән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ла, Башҡортостанда 30-ҙан ашыу объект ремонтланған, яңы мобиль медицина биналары төҙөлгән. Брифингта ошо хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. Мәҫәлән, Өфөнөң Затон биҫтәһендә оҙаҡламай ҙур ваҡиға көтөлә – поликлиника асыу планлаштырыла, эштәр тамамланған тиерлек инде.

9-сы ҡала дауаханаһының баш табибы Марсель Зарипов белдереүенсә, поликлиника бер сменала 900-гә тиклем кеше ҡабул итә ала: 400-ө - өлкәндәр, 250-һе - ҡатын-ҡыҙҙар, 250-һе - балалар. 

Штрафтар бюджетҡа китәме?
Штрафтар бюджетҡа китәме?
Штрафтар бюджетҡа китәме?
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: