20 февралдә биш комплект миҙал уйнатыла, тағы - ир-егеттәр араһындағы хоккей финалы һәм сараны ябыу тантанаһы. Бына ошондай сағыу, ҡабатланмаҫ мәлдәр көтә беҙҙе. Шулай итеп, спорт тарихы йылъяҙмаһында мәңгегә ҡаласаҡ көн башланды.
Бөгөн ир-егеттәр араһында бобслейҙар еңеүселәр асыҡлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был көслө зат вәкилдәре араһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Ростислав Гайтюкевич бар. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғыла уҙышыусылар араһында иң көслөләр асыҡлана. Фигуралы шыуыуҙың күрһәтеү сығыштарын да көйәрмәндәр көтәлер, моғайын. Улар ҙа бөгөн була. Тағы һуңғы көндөң кульминацияһы – хоккей. Был спорт төрөндә илебеҙҙең көслө зат вәкилдәре еңер, тигән ышаныстабыҙ.
Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарын ябыу тантанаһы Мәскәү ваҡыты менән 15.00 сәғәттә башлана: ул бик мауыҡтырғыс һәм сағыу булыр тип көтөлә. Был сарала ил әләмен “саңғы батшаһы”, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Александр Большунов күтәрә. Хәбәрҙар булыуығыҙса, кисә ул тотош донъя спорт һөйөүселәрен, көйәрмәндәрҙе был сарала бишенсе – алтын – миҙалын яулауы менән таң ҡалдырғайны. Бынан тыш, уның алтын аяҡ кейеме лә көйәрмәндәр хәтерендә ҡалыр, моғайын (һүрәттә).
Тағы Евгения Тарасова – Владимир Морозов пары – көмөш, Анастасия Мишина һәм Александр Ғәлләмов пары бронза миҙалға лайыҡ булды. Саңғыла ирекле стиль менән масс-стартта Иван Якимушкин көмөш миҙал яуланы.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: кисәге ярыштарҙан күренештәр.
Фотолар: olympicsrus