Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Апрель 2019, 00:36

Приютта ни булған?

Март айында Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында ике ғаиләлә А гепатиты менән сирләүҙең дүрт осрағы теркәлгән.

yandex.ru
yandex.ru
Март айында Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында ике ғаиләлә А гепатиты менән сирләүҙең дүрт осрағы теркәлгән.
Ун өс йәшлек ике малай һәм уларҙың алты йәшлек ҡустылары ауырыған. Асыҡланыуынса, барыһы ла урындағы Балалар ижады үҙәгенең бер үк секцияһына йөрөгән.
“Эпидемияға ҡаршы барлыҡ саралар ваҡытында һәм тулыһынса атҡарылған. Аҙыҡ блогы хеҙмәткәрҙәре, малайҙарҙың мәктәптә, балалар баҡсаһында, ғаиләлә бергә булған кешеләре тикшерелгән, уларға вакцинация үткәрелгән. Улар барыһы ла контролдә тотоласаҡ”, – тип аңлатма биргәндәр күҙәтеү ведомствоһында.
Хәл “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы контроленә алынған. Билдәләнеүенсә, был осраҡ күмәк ауырыу, эпидемия түгел.
Читайте нас: