“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, ҡыҙылса Европа буйлап киң тарала, Рәсәйҙә лә сир менән бәйле хәл көсөргәнешле. Европаның 38 илендә ауырыуҙар теркәлгән, ә Франция, Италия, Германия һәм Испанияла инфекция сығанаҡтары тағы ла ҙурыраҡ. Беҙҙең илдә ул байтаҡ төбәктәрҙә теркәлгән, шул иҫәптән Башҡортостанда.
Былтыр республикала 35 сир осрағы асыҡланды, 14-е ун ете йәшкә тиклемге балалар араһында. Быйыл өс ай эсендә дүрт кеше сирҙе эләктергән, икәүһе башҡа төбәктәрҙән килеүселәр һәм береһе мигранттар араһында. Ҡыҙылса буйынса эпидемиологик хәлдең ҡатмарланыуының төп сәбәбе – халыҡ йоғошло сиргә ҡаршы яҡланмаған. Ә һаҡланыуҙың төп ысулы – ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина яһатыу.
Иҫкәртеү прививкаһын медицина ойошмаһында яһатырға мөмкин, участка терапевына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡыҙылса – иҫ киткес тиҙ таралыусы, йоғошло киҫкен вируслы сир. Сығанағы – ауырыу кеше. Һауа-тын алыу юлдары аша йоға. Быуаттар дауамында ул ауыр балалар сире тип һаналды, бик күп ғүмерҙәрҙе ҡыйҙы.
Вакцина яһатыу осорона тиклем йыл һайын донъяла 135-140 миллион кеше сиргә юлығып, 5-7 миллион бала вафат булды. Халыҡты иммунизациялау һөҙөмтәһендә генә республикала сир осраҡтары кәметелде. 1967 йылда 38 мең сир осрағы теркәлһә, 2017 йылда – бер осраҡ.
Сирҙең тәүге билдәләрен ҡарап үтәйек. Ул вируслы инфекция рәүешендә башлана, аҙағыраҡ, өс-биш көн үткәс, тәнгә сабыртмалар сыға. Ә еңел формаһында уларҙың күренмәүе лә ихтимал. Ауырыу йүткерә, сөскөрә, тән температураһы күтәрелә, баш ауырта, хәлһеҙлек һиҙелә. Сабыртма тәүҙә аҡһыл тап рәүешендә ауыҙҙың лайлалы ҡатламында сыға, аҙаҡ тән буйынса ҡыҙыл таптар тарала.
Инфекция ни өсөн хәүефле? Иммунитетты ҡаҡшатыу менән бергә, отит, ларингит, менингоэнцефалит, пневмония һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә килтереүе һәм хатта һуҡырайыуға юлыҡтырыуы ихтимал. Былтыр Рәсәйҙә сирҙән үлем осрағы теркәлмәгән.
Милли календарға ярашлы, ҡыҙылсанан прививка бер йәштә, аҙаҡ алты йәштә ревакцинация яһала. Кешенең 35 йәшкә тиклем тағы ла бер тапҡыр түләүһеҙ прививка яһатырға хоҡуғы бар, тип хәбәр итә “Роспотребнадзор” белгестәре.