Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2019, 17:33

Талпан ҡаҙалһа...

Быйыл республикала март аҙағына ике кешене талпан тешләү осрағы теркәлһә, 1 апрелгә ете кеше инде ошо сәбәпле табиптарға мөрәжәғәт иткән. Былтыр был осорҙа зыян күреүселәр әле булмаған.

Быйыл республикала март аҙағына ике кешене талпан тешләү осрағы теркәлһә, 1 апрелгә ете кеше инде ошо сәбәпле табиптарға мөрәжәғәт иткән. Былтыр был осорҙа зыян күреүселәр әле булмаған.
“Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы 11 марттан был өлкәлә аҙналыҡ мониторинг алып бара. Бер юлы бөжәктәргә ҡаршы көрәш йәйелдерелә. Башҡортостанда барлығы дүрт мең гектар тирәһе ер препараттар менән эшкәртеләсәк.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм уның филиалдарында талпандарҙы ҡабул итеү һәм энцефалитҡа йәки боррелиозға тикшереү ғәмәле лә ойошторолған.
Читайте нас: