Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2019, 19:00

Йәшел сәй файҙалымы?

Күршем йәшел сәйҙе маҡтай-маҡтай хәле бөтә. “Ниңә шул ҡара сәйҙе эсәһегеҙ ҙә эсәһегеҙ, йәшел сәйҙән дә файҙалыһы, тәмлеһе юҡ”, — тип “теше төшә” уның. “Әллә инде, бер ҡара сәйгә өйрәнгәс ни”, — тип кенә яурын һелкетергә тура килә.

Күршем йәшел сәйҙе маҡтай-маҡтай хәле бөтә. “Ниңә шул ҡара сәйҙе эсәһегеҙ ҙә эсәһегеҙ, йәшел сәйҙән дә файҙалыһы, тәмлеһе юҡ”, — тип “теше төшә” уның. “Әллә инде, бер ҡара сәйгә өйрәнгәс ни”, — тип кенә яурын һелкетергә тура килә.
Шулай ҙа, түҙмәнем, бер көн килеп, йәшел сәйҙең өҫтөнлөк­тәре, файҙаһы, хатта кире яҡтары хаҡында байтаҡ материал тупланым.
Баҡһаң, уның файҙалы яҡтары күп булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр өсөн сикләүҙәр ҙә бар икән. Хатта бәғзе­ләргә уны эсеү бөтөнләй тыйыла! Уның йөрәк ритмын боҙоуы, ҡан баҫымын түбә­нәйтеү һәләте булғанлыҡтан, гипотония һәм йөрәк сирлеләргә эсеү хәүефле, ти табиптар.
Ашҡаҙан сиренән яфаланған кеше­ләр­ҙә уның ауыртыу, сәнсеү, үҙәк көйөү тыуҙырыуы ихтимал. Ғөмүмән, төнгөлөккә йәшел сәй эсеүҙән тыйылырға кәрәк, йоҡлай алмай йөҙәүегеҙ мөмкин. Подагра (быуынға тоҙ ултырыуы) сиренә юлыҡ­ҡандарға уны эсеү рөхсәт ителмәй. Йәшел сәй организмдың таҙа һыуға ихтыяжын хәл итә алмай, шуға күрә эсәр һыу урынына йәшел сәй ҡулланыу ғәҙәтен ташларға кәрәк.
Бөтә һау кешеләрҙең сәләмәт­легенә йәшел сәй бары файҙа килтереүе мөмкин, тик ҡайһы бер әҙерләү серҙәрен белеү кәрәк, ти белгестәр. Сәйҙе бешер­гәндән һуң ике минут үткәс эскәндә, ул ҡуҙғытыу тәьҫиренә эйә, биш минуттан һуң бына тигән тынысландырыу эсемле­генә әүерелә, ә аҙаҡ инде ғәҙәттәге сәйгә әйләнә. Иҫке сәйҙе эсеү һаулыҡ өсөн зарарлы икәнен дә иҫкәртә табиптар. Ғалим­дарҙың иҫбатлауынса, саманан тыш йәшел сәй менән мауығыу һөйәк структураһын боҙа.
Һөтлө сәй — бәүел ҡыуҙырыу, организмдан токсиндар сығарыу, бауырҙы та­ҙартыу, ябығыу өсөн файҙалы эсемлек. Тик уның ҡан баҫымын күтәреү һәм төшө­рөү кеүек үҙенсәлекле һәләте булыуын онот­мағыҙ. Һәр хәлдә, кеше ниндәй ризыҡ ҡулланыуҙы үҙе хәл итә. Ә беҙ табип­тар­ҙың, белгес­тәрҙең кәңәштәренә таянып, мәғлүмәттәрҙе һеҙҙең иғтибарға еткерәбеҙ.
Читайте нас: