Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2019, 13:02

“Яһалма бөйөр”гә – махсус транспорт менән

Республикала бөйөр етешмәүсәнлегенән яфаланыусы, гемодиализ ярҙамына мохтаж граждандар бихисап. “Яһалма бөйөр” аппаратынан файҙаланыу – уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мотлаҡ ғәмәл.

Республикала бөйөр етешмәүсәнлегенән яфаланыусы, гемодиализ ярҙамына мохтаж граждандар бихисап. “Яһалма бөйөр” аппаратынан файҙаланыу – уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мотлаҡ ғәмәл. Тик уларҙың барыһы ла гемодиализ үҙәктәре урынлашҡан ҡалаларҙа йәшәмәй, шуға күрә байтаҡ ваҡытын юлға сарыф итергә мәжбүр. Был осраҡта ҡышҡы ҡар-буран да, йәйге түҙеп торғоһоҙ эҫелек тә ҡаршылыҡ була алмай: ҡанды таҙартыу аппаратына ваҡытында барып етеү зарур. Шул уҡ ваҡытта икенсе мәсьәлә лә бар ине: аҙнаһына бер нисә тапҡыр махсус үҙәккә барып ҡайтыу өсөн юлға бихисап аҡса талап ителә, бәғзе осраҡта ҡайһы бер пациенттарҙың ошо сығымдарҙы ҡапларлыҡ бөтөнләй мөмкинлеге юҡ.
Күптән түгел республикала ошо мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Быға тиклем Ил Президенты күрһәтмәһе менән федераль органдар һәм төбәк властары берләшеп, пациенттарҙы транспортировкалауҙы финанслау юлдарын эҙләне. Февралдә иһә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау ведомстволы дәүләт учреждениеларына бөйөр етешмәүсәнлеге менән сирләгән пациенттарҙы йәшәгән еренән гемодиализ үҙәктәренә тиклем алып барыу һәм ҡайтыу өсөн субсидия бүлеү тураһындағы күрһәтмәһенә ҡул ҡуйҙы.
Ошо көндәрҙә уны тормошҡа ашырыу эше башланды, финанс ярҙамы урындарға ебәрелә. Тәүгеләрҙән булып ауырыуҙарҙы ташыу эшен Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы башлап ебәрҙе. Бындағы "Нефролайн" гемодиализ үҙәгендә 41 пациент даими процедуралар үтә. Урындағылар 22 кеше булһа, Баймаҡ районынан – 12, Йылайырҙан – өс, Хәйбулланан дүрт кешене хәҙер махсус транспорт сараһы өйҙән үҙәккә тиклем һәм кире яҡҡа ла алып барып ҡуя.
Читайте нас: