Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Апрель 2019, 20:46

Яман шеш ҡайҙа шаша?

Ҡайҙа яман шеш менән күберәк ауырыйҙар? Башҡортостан был исемлектә нисәнсе урында?

Ҡайҙа яман шеш менән күберәк ауырыйҙар? Башҡортостан был исемлектә нисәнсе урында?


“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, балалар араһында был ҡурҡыныс сир Севастополь ҡалаһында, Алтай крайында, Ненец автономиялы округында һәм Коми Республикаһында йышыраҡ теркәлә. Артабан Сахалин, Хабаровск крайы, Омск, Архангель һәм Смоленск өлкәләре, Пермь крайы, Санкт-Петербург ҡалаһы килә. Ә бына Ямал-Ненец автономиялы округында, Тывала, Хакасияла һәм Карелияла, Ырымбур, Мурманск, Рязань, Тула өлкәләрендә күрһәткестәр түбән.


Өлкәндәр араһында иһә Орел, Пенза, Ҡурған, Новгород, Иванов, Һамар өлкәләрендә, Алтай крайында хәл киҫкен. Киреһенсә, Чечняла, Дағстанда, Ингушетияла, Ҡабарҙы-Балҡарҙа, Ямал-Ненец автономиялы округында яман шеш ауырыуы һирәгерәк теркәлә.

Башҡортостан, Мәскәү кеүек, исемлектең уртаһында килә.
Читайте нас: