Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Апрель 2019, 18:28

Тимер ниңә кәрәк?

Беҙҙең организмда органдар һәм туҡымаларҙың яҡшы эшләүе өсөн билдәле кимәлдә тимер тупланған. Ҡайһы ваҡытта был матдәгә ҙур ҡытлыҡ тыуыуы ихтимал. Нисек уны тулыландырырға?

Беҙҙең организмда органдар һәм туҡымаларҙың яҡшы эшләүе өсөн билдәле кимәлдә тимер тупланған. Ҡайһы ваҡытта был матдәгә ҙур ҡытлыҡ тыуыуы ихтимал. Нисек уны тулыландырырға?


Тимергә эпителий күҙәнәктәре, мускул туҡымалары мохтажлыҡ кисерә. Әммә беренсе сиратта ул гемоглобин төҙөлөшө өсөн мө­һим. Организмда тимер етеш­мәһә, кешенең төрлө сирҙәргә юлығыуы ихтимал. Төп сәбәбе – даими рәүештә ҡан юғалтылыуы. Ябай ғына итеп әйткәндә, уның “тамсылап”та, “һыуҙай ағып” та юғалтылыуы мөмкин. Язва менән сирләгән кешенең ҡаны даими ағып, ауырыуҙың хәлен ала, анемия башланыуы күҙәтелә.


Дөрөҫ туҡланмау ҙа ане­мияның бер сәбәпсеһе булыуы мөмкин. Күп кенә пациенттар ит ашауҙан баш тарта, ә был аҙыҡта тимер ифрат күп тупланған да инде. Ҡан юғалтылыуы менән бәйле гинекология сирҙәренә дусар ҡатын-ҡыҙҙар, ит ашауҙан баш тартып, сәләмәтлектәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Тимер гемоглобин синтезы һәм мускул ту­ҡымаһы эшмәкәрлеге өсөн кәрәк, ул етешмәгән осраҡта, пациент­тың дөйөм хәле насарланыуы кү­ҙәтелә. Тырнаҡтар һыныусанға әүерелә йәки ҡатлана, сәс ҡо­йола, ауыҙ мөйөштәре сейләнеп боҙола, тире ҡорой. Ҡатын-ҡыҙ үҙгәрештәрҙең сәбәбен асыҡлап тормай, йыш ҡына косметика саралары менән етешһеҙлектәрҙе ҡапларға тырыша. Тимер ҡытлығының бер билдәһе булып, ауырыуҙың ризыҡ һаналмаған аҡбур, балсыҡ йәки теш пастаһы ашау теләге тора. Бындай хәл күҙәтелгәндә мотлаҡ терапевҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ябай ҡан тамыры анализын тапшырғандан һуң табип һеҙгә үҙ кәңәшен һәм күрһәтмәләрен бирер. Тимерҙең етешмәүе диагноз түгел, ә бары – синдром. Уны раҫлағандан һуң табип төп сәбәбен асыҡларға тейеш. Ошо маҡсатта ашҡаҙан-эсәк юлы ентекләп тикшерелә.


Рациондың төрлө микро­элементтарға, витаминдарға бай булыуы – мөһим шарттарҙың бе­реһе. Ҡарабойҙай бутҡаһы, алма, гранат, кишер сәләмәтлек өсөн файҙалы булһа ла, улар ғына тимергә ҡытлыҡты тулыландыра алмауы мөмкин. Тимер препараттарын ҡулланһағыҙ, йәһәтерәк һауығырһығыҙ.


Ҡандағы тимер кимәлен күҙә­теү, аҙ ғына үҙгәреш күҙәтелгәндә лә табип менән кәңәшләшеү сәләмәтлегегеҙҙе оҙаҡ йылдарға һаҡларға булышыр.
Читайте нас: