Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән туғайҙарҙы, юл, яр буйҙарын һары сәскә — бәпембәләр ҡаплап ала. Бәпембә — яҡты нурҙан көс алған үлән, формаһы, төҫө, хатта файҙалы булыуы менән дә ҡояшҡа оҡшаған.
Бәпембә — Менделеев таблицаһындағы бик күп элементты үҙендә туплаған әрһеҙ үҫемлек. Унда натрий, калий, кальций, марганец, магний, алюминий, тимер, баҡыр, фосфор, шулай уҡ А, С, F һәм В төркөмөндәге витаминдар бар.
Электән бәпембәне “тормош элексиры” тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Ул ауыртыныуҙы баҫыу, тир, лайла, бәүел ҡыуып сығарыу, елһенеүҙе туҡтатыу, ҡан тамырҙарын таҙартыу көсөнә эйә. Уны тынысландырыу өсөн һәм йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә лә ҡулланырға мөмкин. Япрағында фосфор күп, ә ул үҙ сиратында тештәрҙе нығытырға ярҙам итә. Бәпембә диабет һәм яман шештән һаҡлаусы антиоксиданттарға бай. Ул организмдағы һыу, тоҙ балансын көйләй, инсульттан һуң аяҡҡа баҫыуҙы тиҙләтә. “Ҡояш” сәскәһе ябығырға теләүселәргә ярҙам итә, үт ҡыуығындағы ташты иретә, авитаминозды, ашҡаҙан ауырыуҙарын дауалай, аппетитты, аш көйләүҙе яҡшырта. Бәпембәнең бөтә өлөшөн дә — сәскәһен, һабағын, япрағын һәм тамырын — файҙаланалар.
Франция, Австрия, Голландия, Германия, Һиндостан һәм Японияла бәпембәне ҙур плантацияларҙа үҫтерәләр. Япрағын салатҡа ҡушалар, сәскәһенән йөҙләгән ауырыуға ҡаршы төнәтмәләр, майҙар эшләйҙәр, шарап яһайҙар. Көҙөн тамырҙарын ҡаҙып алып, файҙалы ҡәһүә эшләйҙәр.
Шуның өсөн мәлендә бәпембәне йыйып файҙаланығыҙ, ҡышҡылыҡҡа киптереп алығыҙ, төнәтмәләр эшләгеҙ, балын ҡайнатығыҙ.
Таҙа ерҙән үҫемлектең тәүге сәскәләрен йыйырға. 1 литр бал алыу өсөн: 350 бөртөк сәскәне йыуып, 1 литр һыуыҡ һыу ҡойорға һәм талғын утҡа ҡуйып, өҫтөн ябып бер сәғәттәй ҡайнатырға. Шунан сәскәләрен һөҙөп ташларға ла һыуына бер килограмм шәкәр һалып тағы бер сәғәт һүрән утта ҡайнатырға. Утты һүндерер алдынан ҡатнашмаға бер лимондың һутын тамыҙырға. Иртәгәһенә һыуынғас файҙалы ла, тәмле лә бал әҙер була.