Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Май 2019, 23:25

Ҡырҡ төрлө сәбәбе бар

Йүтәл — тын юлдарының ҡуҙғыуына организмдың һаҡланыу реакцияһы. Йүтәлләгәндә организм лайланан йәки тын юлдарына эләккән төрлө матдәләрҙән ҡотолорға тырыша. Шулай уҡ төрлө бактериялар, вирус­тар ҙа йүтәлләтеүе мөмкин.

Йүтәл — тын юлдарының ҡуҙғыуына организмдың һаҡланыу реакцияһы. Йүтәлләгәндә организм лайланан йәки тын юлдарына эләккән төрлө матдәләрҙән ҡотолорға тырыша. Шулай уҡ төрлө бактериялар, вирус­тар ҙа йүтәлләтеүе мөмкин.


Һау-сәләмәт кеше йүтәлләмәй. Уның ярҙамында организм тын юлдарына эләккән химик матдәләр, туҙан өлөшсәләренән ҡотолорға тырыша. Шуның менән бронхтарҙың төпкөл бүлектәренең таҙалығы һаҡлана. Тын юлына осраҡлы рәүештә икмәк валсығы эләкһә лә, әсе төтөн һулаһағыҙ ҙа, йүтәл был мәлдә тәбиғи һаҡланыу реакцияһын үтәй. Әммә уның йыш ҡына ниндәйҙер сирҙең эҙемтәһе булыуы ла бар. Тын алыу системаһы, йөрәк, аллергия, үҙәк нервы системаһы сирҙәрен иҫкәртеүсе билдә түгелме икән? Хафаланмағыҙ, һәр осраҡты ҡарап үтәйек.


Йүтәлләй башлағас, тән темпе­ратураһы күтәрелеп, үҙеңдә хәлһеҙлек тойғас, шыр тиргә батып уянғас, табипҡа бармай, хәлең юҡ. Сирҙең сәбәбе асыҡланып, дауа билдәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр даим эш былай шыма бармай. Кеше йүтәлләй, ә температура нормала. Хәленең насарланыуы әллә ни һи­ҙелмәгәс, ауырыу табипҡа барыуҙы көн дә кисектерә килә. Ә сир көсәй­гәндән-көсәйеп, хроник төҫ ала. Хәҙер инде йүтәл бронхтарҙан лайланы сығара алмай. Еүеш бүлендектәрҙең төҫө лә үҙгәрә, йәшел-эренле йәки бысраҡ-һоро төҫкә инә. Бындай осраҡтарҙа ҡаҡырыҡты шыйығайтып сығарыусы дарыуҙар эсеү талап ителә.


Йорт шарттарында ҡоро йүтәлде йомшартыу өсөн төрлө үләндәр төнәтмәһен файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, үгәй инә, һаҙанаҡ, бесәй тырнағы, ҡурйын үләне (солодка) бик яҡшы тәьҫир итә. Ҡайнатма һәм төнәтмәләрҙе көнөнә бер нисә тапҡыр яртышар стаканлап эсергә кәрәк. Күберәк эскәндә тәьҫире лә арта бара. Күкрәк ситлеген эстән һәм үпкәне ҡаплаусы шекәрә елһенгәндә йүтәлләү бронхтарҙы таҙарта алмай, киреһенсә, ауырыуҙы хәлдән тайҙыра. Был осраҡта бары табип ҡына тейешле дауаны билдәләй ала.


Үпкә шешеүе (пневмония) темпера­тураһыҙ ҙа үтеүе мөмкин. Хәл бөтөү, тын ҡыҫылыу, тирләү, йүтәлләү кеүек билдәләр һағайтырға тейеш. Айырыуса тәмәке тартҡан кешеләрҙә үпкә шешеүе билдәләре асыҡ һиҙелмәй. Улар өсөн йүткереү ғәҙәти күренеш, шуға күрә табипҡа ла сир ныҡлап аҙғас, хроник төҫ алғас ҡына мөрәжәғәт итәләр.
Читайте нас: