Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Май 2019, 01:21

Күҙлегегеҙҙе ҡайҙа һалдығыҙ?

Шул тиклем таныш, ғәҙәти хәл. Кәрәкле әйберегеҙҙе билдәле урынға һалғандай инегеҙ ҙә, әммә таба алмай йонсойһоғоҙ. “Их, ошо склерозды!” — тип һуҡранып, үҙегеҙҙе шелтәләп тә алаһығыҙ. Күпселек онотоу ғәҙәтен өлкәнәйеү ғәләмәте тип, ҡартлыҡҡа япһарырға тырыша.

Шул тиклем таныш, ғәҙәти хәл. Кәрәкле әйберегеҙҙе билдәле урынға һалғандай инегеҙ ҙә, әммә таба алмай йонсойһоғоҙ. “Их, ошо склерозды!” — тип һуҡранып, үҙегеҙҙе шелтәләп тә алаһығыҙ. Күпселек онотоу ғәҙәтен өлкәнәйеү ғәләмәте тип, ҡартлыҡҡа япһарырға тырыша.


Был дөрөҫмө? 40, 50, 60 йәш сиктәрен уҙғанда, хәтер ниндәй үҙгәрештәр кисерә? Психик һәм физик сәләмәтлек торошо менән ул нисек бәйләнгән? Оло кеше хәтерен яҡшырта аламы?


Ҡыҫҡа ғына “хәтер” һүҙенә мейе эшмәкәрлегенең үтә ҡатмарлы системаһы йәшеренгән. Хәтерҙең мейенең төрлө өлкәләре менән бәйләнгән бер нисә тибы бар.


Сенсор хәтер беҙҙең аңыбыҙҙа һиҙеү-тойғо ағзалары тарафынан ҡабул ителгән донъяның тулы һәм аныҡ картинаһын һаҡлай. Уның маҡсаты — ярты секунд эсендә тирә-яҡ мөхитте теркәү, билдәләү. Сенсор хәтер һөҙөмтәһендә үлән, наф­талин еҫен, шоколад тәмен, диңгеҙ шаулауын, машина тауышын айырабыҙ.


Ҡыҫҡа ваҡытлы хәтерҙе барыһынан да йышыраҡ файҙаланабыҙ, әммә уның мөмкинлектәре сикле. Уның ярҙамында ни бары биш-ете берәмек, мәғлүмәт, һүҙ, хәреф йәки һан ғына иҫтә ҡала. Ҡыҫҡа ваҡытлы хәтер артыҡ мәғлүмәттән арындыра, кәрәкле материалды ҡат-ҡат ҡабатлағанда, уның оҙайлы хәтергә әүерелеүе, кәрәк саҡта мөһим мәғлүмәтте яңынан иҫкә төшөрөүе мөмкин.


Оҙайлы хәтер — иң мөһиме һәм ҡатмарлыһы. Уның күләме сикһеҙ. Бөтә ғүмеребеҙ буйына йыйылған белем һәм тәжрибәне һаҡлай, уларҙы сортҡа, кәрәген кәрәкмәгәненән айыра.


Өлкәндәрҙә психик процестар тиҙлегенең яйлауы, тотороҡлоғо боҙолоуы, баш мейеһе ҡабығының хәрәкәтсәнлеге кәмеүе билдәле. Йәшкә хас үҙгәрештәр хәтергә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, өлкәндәрҙең оҙайлы хәтере үҙгәреш кисермәй, әммә яңылыҡты, ҡатмарлы материалды үҙләштереү ҡыйынлаша. Ҡыҫҡа ваҡытлы хәтер насарлана, шуға күрә уны нығытыу өсөн материалды ҡабатлау, хәтерҙе күнектереү, иғтибарҙы тупларға өйрәнеү мотлаҡ. Ғалимдарҙың әйтеүенсә, 70 йәште уҙғандарҙың белем үҙләштереүгә һәләттәре кәмей, әммә психик функциялары, шул иҫәптән хәтер һәм уҡыуға һәләтлелек күптәрҙә үҙгәреш кисермәй, ҡайһы берәүҙәр тәрән ҡартлығына саҡлы ошо сифаттарҙы юғалтмай.


Йыш ҡына мейе эшмәкәрлегенең боҙолоуы физиологик үҙгәрештәргә бәйле лә түгел, социаль характерҙағы сәбәптәр быға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, яңғыҙлыҡ, үҙ-үҙеңде кәрәкһеҙ итеп тойоу, хәстәрлек һәм һөйөү тойғоларынан мәхрүм булыу. Үҙаллы тормош юлына баҫҡан, инде үҙҙәре атай-әсәй булған йәштәргә, ейән-ейәнсәрҙәргә кәңәшебеҙ шул: өлкән йәштәге яҡындарығыҙҙың кәйефе, психик хәле һеҙҙең нисек иғтибарлы, хәстәрлекле булыуығыҙға бәйле икәнен онотмағыҙ.


Хәтерҙе яҡшыртыусы препараттар етерлек. Әммә иң яҡшыһы — уны күнектереү өҫтөндә даими эшләү. Был кәңәштең ололарға ғына түгел, йәштәргә лә кәрәк булыуы ихтимал. Ғүмер буйына баш мейеһен күнектереү өсөн даими уҡырға, аҙаҡ материалды һөйләргә, шиғыр ятларға, фекер алышырға тәҡдим итәбеҙ. Спектаклдә уйнаған артистарҙың, фильмдағы төп геройҙарҙың исем-фамилияһын иҫегеҙҙә ҡалдырырға тырышығыҙ, ошондай ябай күнекмәләр ҙә хәтерегеҙҙе һаҡларға ярҙам итер.
Читайте нас: